Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Июнь 2021, 11:30

Китапханасылар форумы

Китап уҡыуҙы нисек пропагандаларға? Урал аръяғы китапханасылары форумға йыйылып, ошо һорауға яуап эҙләне.

Бөтә Рәсәй китапханалар көнө алдынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Урал аръяғы муниципаль китапханалары хеҙмәткәрҙәренең форумы үтте. “Китап уҡыуҙы пропагандалау: Урал аръяғы муниципаль китапханаларының идеялары һәм эш тәжрибәләре” тип аталған сарала Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан китапханасылар ҡатнашты. Китапханасыларҙы видеобәйләнеш аша Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Ю.З.Ураҡсин сәләмләне, форумдың эшендә уңыштар теләне. Юлдаш Зиннур улы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге биргән ошондай сараларҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ видеобәйләнеш аша форумдың эшенә Милли китапхананың ғилми-методик бүлеге баш китапханасыһы А.И. Ханнанова ҡушылды. Ул республика китапханаларының китапты, китап уҡыуҙы пропагандалау буйынса инновацион эш тәжрибәләре менән таныштырҙы. Сарала Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина ҡатнашты. Гөлназ Хәлидар ҡыҙы сығышында, китапханасы һөнәре йәмғиәттә иң талап ителгәндәрҙең береһе булып ҡала, тип билдәләне. Артабан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы китапты, китап уҡыуҙы пропагандалау буйынса Баймаҡ китапханасыларының эш тәжрибәһе менән таныштырҙы. Район китапханаларында йыл дауамында башҡорт китабы, балалар китабы, яҡташ яҙыусылар ижады, рус яҙыусылар ижады аҙналыҡтары үтә. Шулай уҡ яҙыусылар, шағирҙар, арҙаҡлы шәхестәр, ҡыҙыҡлы замандаштар менән осрашыуҙар, яңы китаптарҙың исем туйҙары, күренекле шәхестәрҙең хәтер кисәләре ойошторола. Һәр китапхана бер йәиһә бер нисә проект эше алып бара. Интернет дәүерендә китапханалар китап уҡыусыларҙың һанын һаҡлап ҡалыу, арттырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет”, “Хәтер мәңгелек” һәм даими үткәрелеп килгән башҡа традицион конкурстар, шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре, йылдың темаһына бәйле район эстафеталары менән бер рәттән яңы акциялар, бәйгеләр ойошторола, инновацион алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе үткәрелде. Быйыл интернет селтәрендә данлыҡлы Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 160 йыл тулыуға Хәмит сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үтте. Бөгөн интернет киңлектәренә, социаль селтәрҙәргә өҫтөнлөк биргән заман кешеһен шул уҡ социаль селтәрҙәр аша китапханаға йәлеп итеү эше алып барыла. Мәҫәлән, инстаграмда китапҡа бәйле ҡыҙыҡлы вайндар тәҡдим ителә. Көлкө көнөнә ҡарата мәктәп уҡыусылары араһында вайндар конкурсы иғлан ителде. Заман менән бергә үҙгәргән китапханасыларҙың маҡсаты ғына үҙгәрмәй – халыҡты китапханаға, китап уҡыуға йәлеп итеү. Китап фонды яңы китаптар менән даими тулыланып торғанда, был маҡсатты бойомға ашырыу күпкә еңелерәк булыр ине.
Артабан Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр райондарының, Сибай ҡалаһы үҙәк китапханалары етәкселәре сығыш яһаны, китап уҡыуҙы пропагандалауҙағы үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һуңынан форумда ҡатнашыусылар Бикеш һәм Икенсе Этҡол ауыл китапханаларында булды. Бикештә ҡунаҡтар ҡурсаҡ театры эшмәкәрлеге менән танышһа, Икенсе Этҡолда “Урал батыр” эпосына бәйле сараға тамаша ҡылды һәм Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән эпосты яҙҙыртып алған урынды барып күреп, стела янында фотоға төштө.
Форум эшлекле шарттарҙа үтте, унда ҡатнашыусылар сараның әһәмиәтлеген билдәләне һәм ойоштороусыларға – Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһына рәхмәт белдерҙе.
Дилә Арыҫланова, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы баш библиографы.