Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Май 2021, 14:20

Сибай дүртенсе урында

Аналитиктар Башҡортостанда апрель айында аҙыҡ-түлек йыйылмаһының шартлы тупланмаһы, йәғни йәшәү өсөн бер айлыҡ минималь запас ризыҡтың хаҡын билдәләне. Белгестәр төбәгебеҙ ҡалаларында уның уртаса хаҡын әйтеп үтте. Башҡортостан статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса апрель айында республика буйынса аҙыҡ-түлектең ошондай йыйылмаһы 4410 һум торған. Унан алдағы ай менән сағыштырғанда был сумма 2,3 процентҡа күберәк булған.

Аналитиктар Башҡортостанда апрель айында аҙыҡ-түлек йыйылмаһының шартлы тупланмаһы, йәғни йәшәү өсөн бер айлыҡ минималь запас ризыҡтың хаҡын билдәләне. Белгестәр төбәгебеҙ ҡалаларында уның уртаса хаҡын әйтеп үтте.
Башҡортостан статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса апрель айында республика буйынса аҙыҡ-түлектең ошондай йыйылмаһы 4410 һум торған. Унан алдағы ай менән сағыштырғанда был сумма 2,3 процентҡа күберәк булған.
Аныҡ ҡалалар миҫалында ҡарағанда, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ҡыйбатлығы буйынса беренсе урында Нефтекама ҡалаһы тора. Унда бер айлыҡ минималь запас хаҡы 4421 һум тәшкил итә. Икенсе урынды Өфө ҡалаһы биләй. Баш ҡалала йәшәүселәр бер айҙа аҙыҡ-түлекә 4406 һум тотона. Өсөнсө урында Стәрлетамаҡ ҡалаһы килә. Унда йыйылмаға 4399 һум сығым ебәрәләр. Артабанғы баҫҡысты Сибай ҡалаһы биләй. Беҙҙә аҙыҡ-түлек йыйылмаһын 4335 һумға тупларға була. Был сумма март менән сағыштырғанда 2,7 процентҡа ҡиммәтерәк.
Йәшәү өсөн кәрәкле ризыҡтар араһында емеш-еләккә, йәшелсәгә аҡса күп китә. Дөйөм сумманың 20,2 проценты тап шул углеводтарға бай аҙыҡ-түлекте алыуға ебәрелә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан