АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Май 2021, 20:30

БЫЛ ЙӨРӘГЕМ НИСЕК ТҮҘӘЛЕР?

Ике бала менән яңғыҙ тороп ҡалдым. Әсәлек капиталына фатир алып, ҡалғанын ипотека итеп юлламағанға үкенәм. Бәлки, банк ипотека биргән булыр ине, нишләптер инеп һорап та ҡарамағанмын. Яңғыҙлыҡҡа эсем бошоп, балаларымды нисек үҫтерәм инде тип ҡайғыға, проблемаларға “батып” йөрөгәндә йүнләп уйламай капиталыма ҡала ситенән усаҡлыҡ (аласыҡ) алып ҡуйғайным. Әммә унда ҡышын һыуыҡ булып сыҡты, газ үтмәгәс утын кәрәк… Ғөмүмән, мәшәҡәте күп. Шәхси йортта йәшәр өсөн ирле булырға кәрәклеген нишләп уйламағанмындыр, ниңә кәңәшләшмәгәнмендер—хәҙер үҙем аптырайым. Ул усаҡлыҡты кире һата ла алманым. Аптырағас, фатирҙы ҡуртымға алдым. Унда барҙым, бында һуҡлыҡтым, аҡсалы эш тапманым. “Оҙон аҡса” артынан Себергә сығып киттем. Ҡыҙым өлкән класта, улым--башланғыста. Уларҙы ҡалдырырға ата-әсәм юҡ. Өҙгөләнеүҙәрем, илауҙарым хәлемде генә ала… Бында эшем яҡшы, аҡсаһы ла ҡәнәғәтләндерә. Көнөм эштә үтә лә бит, төн етһә йоҡлай алмайым. Балаларым ас түгелме? Балаларым именме? Башыма ниндәй генә уй инмәй. Шылтыратҡанда алмаһалар, үҙемә урын тапмайым. Иң йәнде үртәгәне....

“Ике бала менән яңғыҙ тороп ҡалдым. Әсәлек капиталына фатир алып, ҡалғанын ипотека итеп юлламағанға үкенәм. Бәлки, банк ипотека биргән булыр ине, нишләптер инеп һорап та ҡарамағанмын. Яңғыҙлыҡҡа эсем бошоп, балаларымды нисек үҫтерәм инде тип ҡайғыға, проблемаларға “батып” йөрөгәндә йүнләп уйламай капиталыма ҡала ситенән усаҡлыҡ (аласыҡ) алып ҡуйғайным. Әммә унда ҡышын һыуыҡ булып сыҡты, газ үтмәгәс утын кәрәк… Ғөмүмән, мәшәҡәте күп. Шәхси йортта йәшәр өсөн ирле булырға кәрәклеген нишләп уйламағанмындыр, ниңә кәңәшләшмәгәнмендер—хәҙер үҙем аптырайым. Ул усаҡлыҡты кире һата ла алманым. Аптырағас, фатирҙы ҡуртымға алдым. Унда барҙым, бында һуҡлыҡтым, аҡсалы эш тапманым. “Оҙон аҡса” артынан Себергә сығып киттем. Ҡыҙым өлкән класта, улым--башланғыста. Уларҙы ҡалдырырға ата-әсәм юҡ. Өҙгөләнеүҙәрем, илауҙарым хәлемде генә ала… Бында эшем яҡшы, аҡсаһы ла ҡәнәғәтләндерә. Көнөм эштә үтә лә бит, төн етһә йоҡлай алмайым. Балаларым ас түгелме? Балаларым именме? Башыма ниндәй генә уй инмәй. Шылтыратҡанда алмаһалар, үҙемә урын тапмайым. Иң йәнде үртәгәне: ҡыҙымдың тәртибе бөтөнләй үҙгәрҙе. Ҡустыһын ҡалдырып, төнөн йәштәр менән сығып китеүе лә ихтимал…”
Бына ошондай хат килеп төштө редакциябыҙға. Хат авторы кәңәш һорай. Эйе, бик ауыр хәл. Ғөмүмән, бөгөнгө Рәсәйҙең ҙур проблемаларының береһе был. Элек ирҙәр генә Себергә китһә, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар шул тарафҡа ағыла? Һөҙөмтәлә, балалар ни атаһын, ни әсәһен күрмәй. Ярай әле, өләсәй-ҡартатаһы булһа, улары балаларҙы тәрбиәләр йәштә булһа…Әммә, нисек кенә булмаһын, бала янында ата-әсә, һис юғында әсәй булырға тейеш. Үҫмерҙәрҙең характеры формалашҡан мәлдә уларға ныҡлы иғтибар, ҡайһы саҡ матур итеп һөйләшеү, ҡайһы саҡ “аҡыл сыбығы” ла кәрәк.
Авторҙың балалары япа-янғыҙ тороп ҡалған. Был бик ҡурҡыныс, аяныслы хәл. Әсә кешегә уйлап та тормай тиҙ арала балалары янына ҡайтырға кәрәк! Себерҙы ғәҙәттә бер ай эшләп, бер ай ял итәләр. Бер айлыҡ эш хаҡын ике айға бүлһәң, урындағы эш хаҡынан әллә ни ҡайтыш та түгел. Бик булмаһа, өҫтәлмә эш табырға мөмкин. Бәлки, матур шөғөлдәрегеҙ барҙыр. Бәлештәр бешереп һатырға, йә иһә йомшаҡ уйынсыҡтар тегергә… Осон-осҡа ялғаған хәлдә лә балалар янында булыу бик мөһим. Сөнки бөгөн Рәсәйҙә күптәр шулай йәшәй, әммә бирешмәй. Аҡсаға ҡарағанда бала, уның киләсәге, һаулығы, ғүмере мөһимерәк булырға тейештер, тибеҙ. Йәнә, яңғыҙ ҡалған улығыҙ хаҡында мәғлүмәт таралһа, опека бүлеге килеп етергә лә күп һорамаҫ…

Гәзит уҡыусыларыбыҙ ниндәй фекерҙә? Ниндәй кәңәш бирер? Комментарий итеп яҙһағыҙ ине.