АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
4 Май 2021, 11:15

БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ КӨСӨ

Уның юлы ябай ғына: чехтарға әсә телендә белем алыу тыйылған—уларҙы көсләп немец телендә уҡыта башлағандар. Шулай уҡ милли йолалар үткәрттерелмәгән. Ябай күренһә лә, былар бик эффектлы юл ул. Шуға бындай милләтте юҡҡа сығарыу алымының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәгән. Ысынлап та, чех халҡының аҡылы күҙгә күренеп төшкән, хатта уларҙың күбеһе бысраҡ эшкә генә ярай башлаған. Ә иң ҡурҡынысы: күренекле шәхестәр, ижад кешеләре ҡырҡа кәмегән.

Әсә теле менән аҡыл—айырылғыһыҙ күренеш, һәр кешегә әсә теле аша ғына аҡыл керергә мөмкин. Әйтергә кәрәк, был хәҡиҡәтте боронғо замандар ҙа уҡ яҡшы белгәндәр, хатта ҡайһы берәүҙәр ул белемдәрен яуыз маҡсатта ла ҡулланырға маташып ҡараған. Донъя тарихында быны дәлилләүсе ваҡиғалар етерлек. Хәҙер шуларҙың береһен һөйләп үтһәм, әсә теле ниндәй аҡыл көсөнә эйә булыуын күрһәтә алырмын, тип уйлайым.
…Ун алтынсы быуаттарҙың баштарында Европала немецтар Чехияны тыныс юл менән оккупациялайҙар. Йәғни бер ниндәй ҡан ҡойошһоҙ, хәйләле юлдар менән ундағы бөтә власты үҙ ҡулдарына төшөрә башлайҙар. Күпмелер ваҡыттан һуң Чехияның власть структураларында бер чех та ҡалмай, хатта Праганың ҡала советында тик немецтар ғына тороп ҡала. Бындай тормош оккупанттарға шул тиклем оҡшай, шуға улар Чехияны мәңгегә үҙ ҡулдарында тоторға уйлайҙар. Ә бының өсөн чех халҡына милләт булараҡ үҫергә ирек бирмәҫкә, уларҙы аҡылһыҙ итеп, «икенсе сорт» кимәлендә тоторға кәрәк. Сөнки тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған немецтар шуны яҡшы аңлаған: әгәр чехтарға аҡыл яғынан үҫергә ирек бирелһә, уларҙы властан ғына түгел, ҡылған эштәре өсөн илдән дә ҡыуып сығарасаҡтар—аҡыллы милләттең үҙ илендә хужа булырға теләүе тәбиғи күренеш ул.
Ә нисек итеп уларҙы «икенсе сортлы» итергә? Немецтар уның юлын уйлап табалар. Ғөмүмән, немецтар—Европалағы иң көслө фекерләүсе милләттер. Бигерәк тә улар кеше психологияһын яҡшы белгән. Дөрөҫ, ун алтынсы быуатта психология тигән фән булмаған әле, ул ваҡытта философияның бер тармағы ғына булып иҫәпләнгән. Уның ҡарауы, иң көслө философтар немецтар араһынан сыҡҡан: И.Кант, Гегель, А.Шопенгауэр, Ф.Ницще… Әгәр егерменсе быуатҡа тиклем Европала йәшәгән күренекле ун философты атарға ҡушһалар, иманым камил, шуның бишәүһе немец милләтенән булыр ине.
Бына шул кеше психологияһын яҡшы белгән немецтар ун алтынсы быуаттың башында уҡ чехтарҙы түбән аҡыллы милләт итеп ҡалдырыу юлын таба алған. Уның юлы ябай ғына: чехтарға әсә телендә белем алыу тыйылған—уларҙы көсләп немец телендә уҡыта башлағандар. Шулай уҡ милли йолалар үткәрттерелмәгән. Ябай күренһә лә, былар бик эффектлы юл ул. Шуға бындай милләтте юҡҡа сығарыу алымының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәгән. Ысынлап та, чех халҡының аҡылы күҙгә күренеп төшкән, хатта уларҙың күбеһе бысраҡ эшкә генә ярай башлаған. Ә иң ҡурҡынысы: күренекле шәхестәр, ижад кешеләре ҡырҡа кәмегән.
Немецтарҙың был яуыз ниәтен беренселәрҙән булып Прага университеты профессоры Ян Гус аңлап ала. Ул әсә телен, милли йолаларҙы һаҡлау өсөн көрәш башлай: халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, бик күп ялҡынлы сығыштар яһай, фәнни китаптар яҙа. Бигерәк тә «Чех теле грамматикаһы» исемле хеҙмәте алдынғы ҡарашлы милләттәштәре тарафынан яратып ҡабул ителә. Тырышлығы бушҡа китмәй—халыҡ көрәшкә күтәрелә. Был ваҡиға тарихҡа «Гуситтар хәрәкәте» исеме менән инеп ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көрәш баҫтырыла, ә Ян Гус ихтилалға тиклем үк язалап үлтерелә…
Ләкин уның башлаған эшен дауам итеүсе кеше табыла. Уның исеме—Ян Амос Коменский. Ул донъялағы иң күренекле педагог ҡына түгел, ә ысын мәғәнәһендә әсә теленең көсөн, уның белем биреүҙәге әһәмиәтен аңлаған бөйөк шәхестәрҙең береһелер. Шуға педагогикаһының күп өлөшөн әсә телен һаҡлау һәм үҫтереүгә бағышлай. Мәҫәлән, мәктәп директоры булып эшләй башлаған ваҡытта уҡ, хеҙмәт юлын шул вазифанан башлап ебәрә, беренселәрҙән булып балаларҙы әсә телендә уҡытыуҙы ойоштора. Бик күп фәнни хеҙмәттәр яҙа, әйтәйек, «Чех теленең хазина һандығы», «Телдәргә асыҡ ишектәр» һ.б. Ә бына «Бөйөк дидактика» исемле иң күренекле әҫәрен үҙенең әсә теле—чех телендә ижад итә. Был ул ваҡытта батырлыҡ булып һаналған, сөнки ул осорҙа фәнни хеҙмәттәр йә немец, йә латын телдәрендә генә яҙылырға тейеш булған…
Бына уның әсә теленә ҡағылышлы ҡайһы бер теориялары. Ян Коменский тәрбиә һәм белем биреүҙе дүрт осорға бүлгән. 6 йәшкә тиклемге беренсе осорҙо «Әсә мәктәбе» тип атаған, бында ғаилә тәрбиәһе тураһында һүҙ барғаны аңлашылалыр. Ә бына 6 йәштән 12 йәшкә тиклемге икенсеһенә «Әсә теле мәктәбе» тип исем биргән. Был осорҙа бала мәктәптәге бөтә предметтарҙы мотлаҡ туған телдә уҡырға тейеш. Ни өсөн икәнен ғалим былай тип аңлата: үҫеш закондары буйынса 12 йәштәр тирәһендә баланың фекерләү һәләте формалашып бөтөргә, нығынырға тейеш; бына ошо формалашыу процесына ыңғай шарт тыуҙырыу өсөн әсә телендә уҡырға кәрәк; әгәр ошо осорҙа икенсе телдә уҡыһа, ул процесс туҡтала. Был теорияларҙың дөрөҫлөгөн дүрт йөҙ йылдан һуң, егерменсе быуат башында, Швейцария психологы Жан Пиаже эксперименталь юл менән иҫбат итте. Тик ул фекерләү операциялары 12 йәштә түгел, ә 13-14 йәштәрҙә формалашып бөтөүен күрһәтте. (Мин был турала “Әсә теле һәм ижади фекерләү” бүлегендә һөйләп ишеттерҙем.)
Әгәр әсә телендә уҡымаған кешенең фекерләү һәләте үҫмәй ҡала икән, үҙ телендә уҡымаған бөтөн бер милләт менән нимә булыр? Дөрөҫ, фекерләмәгән милләт аҡылһыҙға әйләнеп юҡҡа сығасаҡ. Был хәҡиҡәтте немецтар шул ваҡытта уҡ белгәндәр. Ләкин улар чехтарҙы юҡҡа сығара алмағандар, сөнки әсә телен һәм аҡылын һаҡлаған, шулай ук Ян Гус, Ян Коменский (һ.б.) кеүек шәхестәре булған милләтте бөтөрөп булмай. Икенсенән, милләттәрҙе ниндәйҙер бер кеше уйлап сығармаған, ә уларҙы тәбиғәт барлыҡҡа килтергән. Әгәр ниндәйҙер милләтте бөтөрөү өсөн көрәш башлайҙар икән, тәбиғәткә, тәбиғәт закондарына ҡаршы сығалар. Дин күҙлегенән ҡарағанда, Алла Тәғәләһе менән көрәш башлайҙар. Бына шуға йәшәү өсөн көрәшкән (аҡылы булғандар ғына көрәшә) милләтте еңеп булмай, сөнки Алла Тәғәләһе улар менән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына был хәҡиҡәтте ҡайһы бер сәйәсмәндәр бөгөнгө көнгә тиклем аңлай алмайҙар...
…Коменскийҙың теориялары менән беренселәрҙән булып Европала Англия ҡоралланды, уларҙан Төньяҡ Америкаға күсте. Чех телендә яҙылған «Бөйөк дидактика» бөтә доньяның телдәренә тиерлек тәржемә ителде. Беҙҙең илдә лә уны бик яҡшы беләләр. Тик беҙҙә уның хеҙмәттәрен бер яҡлы ғына итеп күрһәтергә тырышалар: имеш, ул кластарҙы барлыҡҡа килтергән, дәрес системаһын булдырған һ.б. Ә әсә теле өсөн бөтә ғүмерен бағышлағанын артыҡ һөйләп тә, яҙып та бармайҙар. Эйе, быларҙы педагогика өлкәһендә эшләмәгән кешеләр белмәҫкә мөмкин, тик бына Я. Коменскийҙы өйрәнгән юғары белемле уҡытыусыларҙың күбенеһе, әсә теле үҙ милләтеңде онотмау өсөн генә кәрәк, тип һөйләп йөрөүҙәре, нисек кенә булмаһын, ҡыҙғаныс күренеш. Педагогтар педагогикаға ҡаршы булып сыға инде…
Әлбиттә, уның күп кенә теориялары бөгөнгө көнгә ярамайҙыр, ә бына әсә теле тураһындағы фекерҙәре мәңгелек, һәр осор өсөн дә актуаль булып ҡаласаҡ. Ғөмүмән, әсә теле менән аҡыл айырылғыһыҙ, тигән хәҡиҡәткә бөгөнгө көнгә тиклем берәүҙең дә ҡаршы килә алғаны юҡ әле, киреһенсә, уның дөрөҫлөгө асыла һәм иҫбатлана ғына бара. Мәҫәлән, Японияла, етмешенсе йылдарҙа булһа кәрәк, ҡайһы бер тел ғалимдары инглиз графикаһына күсергә тәҡдим яһанылар. Уларҙа бит хәрефтәр түгел, иероглифтар ҡулланыла. Һәр береһе бер нисә мәғәнә аңлатҡанға, улар бик күп. Шуға ҡайһы бер ауырлыҡтар килеп тыуа, мәҫәлән, балалар әлифбаны өс йыл өйрәнә һ.б. Баяғы идеяны әйткән ғалимдар ошондайыраҡ проблемаларҙы хәл итмәк булалар, йәнәһе. Ләкин Японияның айныҡ фекер йөрөткән кешеләре быға ҡаршы килә. Улар, әгәр инглиз графикаһына күсһәк, беҙҙең милләт аҡыл яғынан башҡаларҙан бик күп ваҡытҡа артта ҡаласаҡ, тип иҫбатлай. Баҡһаң, әсә теленең һөйләү телмәре генә түгел, яҙыу телмәрен үҙгәртеү ҙә фекерләүгә һәм аҡылға тәьҫир итә икән.
…Ғөмүмән, япондар әсә телен генә түгел, ә бөтә милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлай. Ни өсөн тигәндә, уларҙың бөтәһе лә милләттең үҫешенә булышлыҡ итә. Әйтәйек, милләтте бер үҫемлек тип күҙ алдына килтерһәң, уның теле, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре шул үҫемлек өсөн генә кәрәк булған уңдырышлы тупраҡты барлыҡҡа килтереүсе минералдар ул. Ниндәйҙер үҫемлек үҫә алмай ултырһа, тупраҡта шул үҫемлеккә кәрәк булған нимәлер етешмәй икән, тигәнерәк баҡсасыларҙың һөйләгәнен ишеткәнем бар. Милләттең дә «тупрағында» ла нимәлер юҡҡа сыҡһа, ул үҫеүҙән туҡтаясаҡ.
  1. Әсә теле һәм тәрбиә
  2. Белем биреү системаһында оптималләштереү тип аталған реформалар башҡорт кластарының кәмеүенә килтереүе һәр кемгә билдәлелер. Был бигерәк тә башҡорт-рус мәктәптәрендә ныҡ һиҙелде. Сөнки ундай мәктәптәрҙә, ғәҙәттә, бер параллелдә булған рус клас-тарын ҡалдырып, башҡорт кластарын ябырға тырыштылар. Бына шуларҙың береһендә уҡытыусы булып эшләгән бер коллегам ошо күренеште әллә ысынлап та хуплап, әллә шул процесҡа ҡаршы тора алмауын йәшереп:
    —Хәҙер башҡорт кластарының бөтөүе артыҡ ҡурҡыныс түгел, сөнки әсә теле рус кластарында ла уҡытала бит…
    Уның, юғары белемле кешенең, башҡорт кластары тик әсә телен өйрәтеү өсөн генә кәрәк, тип уйлауы мине аптыратты. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә бик күптәр шулай уйлай ҙа. Дөрөҫ, милли клас-
    тар әсә телен уҡытыу өсөн бик уңайлы, ләкин уларҙың башҡа мөһим маҡсаттар ла бар...
    —Һеҙ йәшелсә баҡсаһы үҫтерә-һегеҙме?–тип көтөлмәгән һорау бирҙем мин уға. Ул «эйе» тине лә аптырап миңә ҡараны.
    —Йәшелсәләрҙең һәр төрөн дә бер түтәлгә ултыртаһығыҙмы?
    —Юҡсы, һәр береһенә айырым түтәл кәрәк. Быны һәр кем белә лә инде…
    —Ә ни өсөн айырым ултыртыр кәрәк?—тип һорауымды дауам иттем.
    —Ни өсөн тип, һәр үҫемлек үҙенә генә хас тәрбиәләүҙе талап итә бит, шунһыҙ яҡшы уңыш алып булмаясаҡ. Әйтәйек, береһенә тыуҙырылған ыңғай шарт икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаҫҡа мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы берҙәре тиҙерәк үҫә, шуға уларҙың күләгәһендә башҡалары үҫә алмаясаҡ. Бына шуға һәр береһенә айырым түтәл кәрәк,—тип бик ентекләп аңлатты ул миңә.
    —Дөрөҫ һөйләйһең, коллега, дөрөҫ,—тинем йылмайып.—Ә хәҙер әйт инде: башҡорт балаһы башҡорт класында тик әсә телен өйрәнеү өсөн генә белем аламы?
    Коллегам бер нөктәгә текләп, әҙерәк уйланып торҙо ла, ҡапыл башын аҫҡа эйеп, миңә ҡарамайынса ғына шәп-шәп атлап китеп барҙы. Әллә уйламайынса һөйләгән һүҙҙәренән оялды, әллә минең менән башҡа һөйләшкеһе килмәне—аңлай алмай ҡалдым…
    Күреүебеҙсә, бөгөнгө көндә ябай кешеләр генә түгел, күп кенә юғары белемлеләр ҙә балаларын үҫемлек кимәленә лә ҡуймайҙар: баҡсаларындағы йәшелсәләрҙең һәр төрөнә айырым тәрбиә кәрәк икәнен яҡшы беләләр, ә балаларына ла шундай уҡ тәрбиә кәрәклеге тураһында баштарына ла килтермәйҙәр. Тәрбиә биреүҙе, яҡшы менән насарҙы айырырға өйрәтеү, тип кенә уйлайҙар шикелле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән генә сикләнмәй шул. Тәрбиә биреү—ул баланың һәләттәрен асырға ярҙам итеү, уларҙың үҫешенә ыңғай шарттар тыуҙырыу һәм тормошта ҡулланырға өйрәтеү—ғөмүмән, беҙ балаларҙы кешелек йәмғиәтендә йәшәргә әҙерләргә тейешбеҙ...

    Наил Юлдашбаев.
    Мәҡәләнең тулы варианты гәзитебеҙҙең 17-се, 18-се, 19-сы һандарында.