АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
2 Май 2021, 11:10

ҠЫУАТТАР ЙЫЙЫН ЙЫЙҘЫ

Баймаҡ районының Ҡыуат ауылы тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан. Эргәнән генә йәмле Һаҡмар йылғаһы аға, уның янынан текә ҡая күтәрелә һәм мәңге ғорур ҡарағайҙар ауылды һаҡлаған һалдаттар кеүек бер-бер артлы теҙелеп киткән. Үткәне—данлы, бөгөнгөһө—аяныслы, киләсәге әле ауылда йәшәүселәрҙән һәм ситтә йәшәгән Ҡыуат ауылында тыуып-үҫкән кешеләрҙән тора. Һуңғы йылдарҙа ауыл “ҡартая” бара, үҙ алдына ғына һәүетемсә донъя көтөүен дауам итә. Әммә ҡасандыр гөрләп торған ауылдың аҡрынлап һүнә барыуы, буш торған йорттарҙы Ырымбур яҡтарынан килгән сит ят кешеләрҙең һатып алыуы, уларҙың йорт һалып, ауылда төпләнеп ҡалыуына ла әле битараф ҡала килә улар. Тап ошо хәлдәрҙе тыуған ауылына ҡайтып, үҙ күҙҙәре менән күреп, кендек ҡаны тамған еренең киләсәге өсөн борсолоп, ситтә йәшәүсе Ҡыуат ауылының бер төркөм ир-азаматтары дилбәгәне үҙ ҡулдарына алып, ауылдаштары менән кәңәшләшеп, ир-егеттәр ҡоро һәм территориаль йәмәғәт үҙидаралығы төҙөргә тигән уйға килә.

Баймаҡ районының Ҡыуат ауылы тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан. Эргәнән генә йәмле Һаҡмар йылғаһы аға, уның янынан текә ҡая күтәрелә һәм мәңге ғорур ҡарағайҙар ауылды һаҡлаған һалдаттар кеүек бер-бер артлы теҙелеп киткән. Үткәне—данлы, бөгөнгөһө—аяныслы, киләсәге әле ауылда йәшәүселәрҙән һәм ситтә йәшәгән Ҡыуат ауылында тыуып-үҫкән кешеләрҙән тора. Һуңғы йылдарҙа ауыл “ҡартая” бара, үҙ алдына ғына һәүетемсә донъя көтөүен дауам итә. Әммә ҡасандыр гөрләп торған ауылдың аҡрынлап һүнә барыуы, буш торған йорттарҙы Ырымбур яҡтарынан килгән сит ят кешеләрҙең һатып алыуы, уларҙың йорт һалып, ауылда төпләнеп ҡалыуына ла әле битараф ҡала килә улар. Тап ошо хәлдәрҙе тыуған ауылына ҡайтып, үҙ күҙҙәре менән күреп, кендек ҡаны тамған еренең киләсәге өсөн борсолоп, ситтә йәшәүсе Ҡыуат ауылының бер төркөм ир-азаматтары дилбәгәне үҙ ҡулдарына алып, ауылдаштары менән кәңәшләшеп, ир-егеттәр ҡоро һәм территориаль йәмәғәт үҙидаралығы төҙөргә тигән уйға килә.
Ошо көндәрҙә ауылдың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреп, барыһын уртаға һалып, уларҙы хәл итеү юлдарын барланы Ҡыуат ауылы ир-егеттәре. Иң төп мәсьәләләрҙең береһе булып 9 Май—Еңеү көнөнә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм фронттан иҫән-һау ҡайтҡандарҙың исем-шәрифтәрен дөрөҫләп, уларға өр-яңы обелиск төҙөргә тигән тәҡдим торҙо. Был эште атҡарып сығыу өсөн байтаҡ сығымдар талап ителеүен иҫәпкә алып, ауыл халҡы аҡса йыйырға ҡарар итте. Һәр йорттан кем күпме бирә ала, шулай уҡ ситтә йәшәүселәр ҙә үҙ өлөшөн индерергә һәм ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Эскиз төҙөп, уны ҡайҙа урынлаштырыу һәм нисек эшләү мәсьәләһе лә тап ошонда хәл ителде. Иң мөһиме: тиҙ арала обелиск эшен башлау, уны Бөйөк Еңеү байрамында асыу һәм шунда ата-олатайҙарының яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһен үткәреү бурысы ҡуйылды. Икенсенән, ауылда ир-егеттәр абруйын күтәреү, уларға төбәктәренең бөгөнгөһөн һәм киләсәген тапшырыу, йәш быуынға ата-олатайҙарының тыуған нигеҙҙәрен һаҡлап, ауылдаштары өсөн ғорурлыҡ тойғоларын уятыу сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында ауылдың ир-егеттәр ҡоро ойошторолдо. Ауылдаштары бер тауыштан Шәһит Сыбарғошов, Рәиф Солтанғолов, Шәйәхмәт Мостаев, Искәндәр Зарипов, Ирғәле Мостафинды һайланы һәм улар үҙҙәре ир-егеттәр ҡоро рәйесен тәғәйенләйәсәк. Ауылдаштар йыйынында шулай уҡ йәнә бер мөһим мәсьәләләрҙең береһе булған территориаль йәмәғәт үҙидаралығы төҙөү буйынса ла фекер яңғыраны. Ойошманы нисек төҙөү, уның ниндәй перспективалары барлығы, ул ни өсөн кәрәк булыуы хаҡында сығыш яһаусылар булды. Был мәсьәлә буйынса Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ямалетдинов та үҙ фекерҙәрен һәм теләктәрен еткерҙе. Сөнки территориаль йәмәғәт үҙидаралығы һәм ауыл хакимиәте—икеһе ике төрлө төшөнсә. Ауыл биләмәләре федераль закон нигеҙендә эшләй, уларҙың буйһоноусылары бар, ниндәйҙер бер яуаплылыҡ булһа, уларға аҡса бүленә. Ә территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарының бындай вәкәләттәре юҡ, сөнки улар йәмәғәт ойошмалары булып ҡала. Үҙҙәренең эшен үҙҙәре билдәләй, үҙҙәре аҡса таба йәиһә төрлө гранттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, быйыл Түбәнге Яйыҡбай ауылының “Айыҡ ауыл” конкурсында беренсе урынды яулап, 5 миллион һумға эйә булыуҙары Ҡыуат кеүек бәләкәй ауылдарҙы сәмләндереп тә ебәргәндер. Киләһе йыл күп ауылдар сәләмәт һәм айыҡ тормошто үҙ итеп, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатанашырға бөгөндән үк ҙур теләк белдерә. Шул иҫәптән ҡыуаттар ҙа. Әммә ниндәйҙер эште башлар алдынан ысынлап та ауылдың айыҡ эш итеүе кәрәк. Әлегә ҡыуаттар был тәңгәлдә маҡтана алмай әле. Хатта ситтән килгән ауылдаштары янына ла эскән килеш ҡорға килеп, урындан насар һүҙҙәр ҡысҡырып ултырыусылар табылды. Ауылдың данлы тарихы менән иң тәүҙә ауылдаштарын Ҡыуат ауылының иң абруйлы кешеләренең береһе Миңнур Солтанғолова таныштырып үтһә, артабан ауылдың бөгөнгө хәленә ауыл старостаһы Шәүрә Кәримова байҡау яһаны. Шулай уҡ ситтә йәшәүселәрҙән Рим Йәнбирҙин, Сәлмән Баулыбаевтың тәҡдимдәре лә бик урынлы булды. Ауыл мәсете муллаһы Булат Солтанғолов, киләсәктә йәштәрҙе ауылға ҡайтып төпләнергә саҡырҙы, ауылдаштарын дингә, иманға килеүҙәрен һораны. “Бар эштәр ҙә аҡыллы уй, яҡшы ниәт менән башлана. Изге Рамаҙан айында уйлаған уйҙарыбыҙ тормошҡа ашһын, ауылыбыҙ киләсәктә тағы ла күркәмерәк булһын, халыҡ иман юлына баҫһын”,—тип изге теләктәр еткерҙе.
Ауылды төҙөкләндереү, йәш быуында тыуған төйәктәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, ғорурлыҡ һәм ватансылыҡ тойғолары уятыу маҡсатында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамдары” үткәреү тәҡдиме лә яңғыраны. Ир-егеттәр ҡорон төҙөп, уның эше бер аҙ йәнләнеү менән быйыл ауылда “Ауылға уландар ҡайта!” исемле байрам үткәрәләсәге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ауылдың тирә-яғын тәртиптә тотоу, Ҡыуат ауылының иң боронғо тарихи объекты иҫәпләнгән мөгәзәйҙе ремонтлау, буш торған өйҙәрҙе емереү йәиһә туғандарынан төҙөкләндереү, эскелеккә, спиртлы эсемлектәр менән кәсеп итеүселәрҙе, эшһеҙлекте кәметеү кеүек мәсьәләләр ҙә уртаға һалынды, күмәк көс менән бергәләшеп көрәшергә һүҙ ҡуйышты көслө заттар. Элек-электән һәр ара, ырыу үҙенең дөйөм проблемаларын бергә һалып кәңәшләшер өсөн оло йыйын, ҡор йыйған. Унда абруйлы ил ҡарттары үҙ һүҙен әйткән, йәштәргә кәңәш биргән. Был ҡорҙа ла ауылдарының яҙмышына, уның киләсәгенә битараф булмаусыларҙың күпләп йыйылыуы—үҙе үк оло мәртәбә. Тимәк, бында тыуып-үҫкән һәр кемдең үҙенең ауылы, тыуған ере өсөн әле булһа йөрәге әрней, күңеле һыҡрай. Ул тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан тупһаһын, яланаяҡ йөрөгән ауылы урамдарын, йәйен Һаҡмарҙа балыҡ тотоуын, ҡышын унда сәкән һуҡҡанын һағынып хәтерләй икән, тимәк ул ауылы өсөн үҙен ниндәйҙер кимәлдә яуап-лы һәм ошо ерҙең ысын хужаһы итеп тоя. Ә хужа бер ерҙә, тәртип буласаҡ. Шөкөр, ауыл халҡы үҙ тамырын онотмай, кем белә, бәлки ситтә йәшәүселәр ҙә ҡасандыр үҙҙәренең тыуған ауылдарына ҡайтып яңы нигеҙ ҡорор, матур-матур йорттар күтәрер, үҙ ауылына ҡабаттан йәм һәм йән өрөр. Ни тиһәң дә Ҡыуат ауылының аҫыл ир-егеттәре юҡҡа ғына буш хәбәр һөйләп ҡалыусыларҙан түгел. Иң мөһиме—башланған эштең дауамы булһын. Әйҙәүселәре булғанда, эйәреүселәре лә табылыуын иҫәпкә алғанда, Ҡыуат ауылының көслө заттары алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешер, берҙәм һәм бергә булып йәнтөйәктәре өсөн йән атыр, ауылдарын данлар, уға яңы һулыш өрөр, тигән изге ниәттә ҡалабыҙ.
Кәримә Усманова.
Һүрәттә: бына ул Ҡыуат ауылының
аҫыл ир-егеттәре!