Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
23 Апрель 2021, 11:15

Медицина хеҙмәткәрҙәренә сертификаттар тапшырылды

Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының профсоюз рәйесе Басир Марат улы Шәрипов билдәләүенсә, ҡалған хеҙмәткәрҙәргә сертификат алыу өсөн документтар әҙерләү дауам итә.Тулыраҡ сайтта:

Башҡортостанда республика профсоюзы инициативаһы менән “Коронавирус менән ауырыған медицина хеҙмәткәрҙәренең һаулығын һаҡлау” пограммаһы булдырылды. Программа сиктәрендә бөгөн COVID-19 киҙеүен урта һәм ауыр формала үткәргән Сибай ҡалаһы дауаханаһының һигеҙ хеҙмәткәренә Башҡортостан шифаханаларында һаулығын тергеҙеү өсөн сертификаттар тапшырылды.
Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының профсоюз рәйесе Басир Марат улы Шарипов билдәләүенсә, ҡалған хеҙмәткәрҙәргә шифаханаларға юллама алыу өсөн документтар әҙерләү дауам итә. Тимәк, тиҙҙән бындай сертификаттар тағы ла бер нисә хеҙмәткәргә тапшырыласаҡ.