Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
23 Апрель 2021, 14:10

Хәйбуллаларға ҙур бүләк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры Азат Бадранов эш сәфәре менән Хәйбулла районына килде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры Азат Бадранов эш сәфәре менән Хәйбулла районына килде. Ул Аҡъяр ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә бокс менән шөғөлләнеү өсөн яңы спорт инвентарҙары бүләк итте.
- Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы инициативаһы менән төбәктәге барлыҡ спорт мәктәптәренең һәм ойошмаларының материаль базаһы яңыртыласаҡ. Былар барыһы ла балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, яңы спорт төрҙәрен өйрәтеү маҡсатында эшләнә, -тине Азат Бадранов.