Эх ҡыҙыҡ заманалар килде бит әй. 2 йәшлек сабыйҙан 90 йәшлек әбейгә тиклем көнө буйы ҡулдарынан смартфондарын төшөрмәй. Балалар төрлө видеотаҫмалар ҡараһа, әбейҙәр бер-береһе менән яҙыша, тирә-яҡтағыларҙың тормошон күҙәтә, лайыҡтар ҡуя. Ә инде эштәре тура шул интернет менән бәйле булыусыларҙың ҡулынан телефондар бөтөнләй төшмәй тиерлек. Замана менән бергә елдереп, донъя артынан ҡыуабыҙ ғына. Ә бына уларҙың зыяны тураһында уйлап та бирмәйбеҙ.
Башығыҙ йыш ауыртһа?
Скандинавия ғалимдары билдәләүенсә, кеҫә телефондарын ҡулланыусылар йыш ҡына тиҙ арыуға, баш ауыртыуға, ярһып барыусан булыуға зарлана. Былар барыһы ла электромагнит нурҙарҙың башҡа сығанаҡтарҙағы кеүек үк (компьютер, телевизор, электр тулҡынлы мейес) кеше сәләмәтлегенә зыян килтереүенә бәйле. Кеҫә телефонының башҡа приборҙарҙан айырмалығы шунда, улар күҙгә, башҡа, ҡолаҡҡа яҡын тотола. Был осраҡта бигрәк тә нерва, эндокрин системаларының, йөрәк-ҡан тамырҙарының эшмәкәрлеге боҙола.
Һөйләшмәһәгеҙ ҙә...
Телефондың нурланыш көсө яҡын булған һайын, кеше күберәк зарарлана. Шуға күрә уны көс йыйыу ҡоролмаһына тоташтырһағыҙ, алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ. Бер ваҡытта ла зарядка тоташтырылған телефон менән һөйләшмәгеҙ, интернетҡа инмәгеҙ. Сөнки телефон системаһында көс йыйыу горизонталь рәүештә генә булмаһа, уның шартлауы бар. Бындай хәлдәр һуңғы ваҡытта күп теркәлә, уҡыусы балалрҙың телефон шартлауҙан үлем осраҡтары ла теркәлде. Иң яҡшыһы, телефонды ҡулға һирәк алыу, йоҡлар алдынан ике сәғәт бөтөнләй уны ҡулланмау. Будильник ҡуябыҙ, тип үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Хәҙерге заманда будильниктарҙың ниндәйе генә юҡ. Нурһыҙҙарын ҡулланырға кәңәш ителә.
Һаҡланырға кәрәк!
Табиптар 16 йәшкә тиклемге балаларға телефонды йыш ҡулланырға рөхсәт итмәй. Тап ошо осорҙа үҫмерҙәрҙең организмы үҫә, формалаша һәм ошо осорҙа йыш ҡына күҙ ауырыуҙарына, арҡа һөйәге ҡыйшайыуына, ҡолаҡ, ус һөйәгенең һыҙлауына зарланып мөрәжәғәт итәләр. Былар барыһы ла кеҫә телефоны менән айырылғыһыҙ булыу һөҙөмтәһе. Шуға күрә үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, табиптар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.