АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
30 Марта 2021, 10:51

Тәүлек эсендә ике кеше вафат булған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 108 осрағы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 32 252 кеше.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 108 осрағы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 32 252 кеше. Уҙған тәүлектә ике кеше вирустан вафат булған. Пандемия башланғандан алып һауыҡҡандарҙың һаны 27 280-гә еткән. Әлегә биш ауырыуҙың хәле ауыр, 4 372 кеше өй шарттарында дауалана.
Башҡортостан Республикаһында 95 мең кеше вакцинаның икенсе этабын үткән, 132 меңе беренсе компонентты эшләткән. Төбәктә вакцина һалдырыу өсөн барлығы 134 стационар һәм биш мобиль пункт эшләй.
Коронавирус бер аҙ еңелә тиһәләр ҙә, һаман да үлем осраҡтары теркәлә. Шуға күрә һаҡланыу сараларын ҡулланырға онотмайыҡ. “Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар”, тигәндәр бит!
Читайте нас