Көнүҙәк мәсьәлә
28 Марта 2021, 10:09

Ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы!

Мәктәптәрҙә балаларҙы ҡайнар аш менән тьмин итеүҙә уҡыусыларҙа һәм ата-әсәләрҙә ыңғай мөнәсәбәт булдырыу маҡсатында республикала “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы” тип исемләнгән асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды.

Йылайыр районының барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты ағзалары ҡатнашлығында «Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе» тигән тематик саралар, сәләмәтлек дәрестәре үткәрелде.
Шулай уҡ сара барышында ата-әсәләргә ашхана буйлап экскурсиялар ойошторолдо. Улар мәктәп менюһы менән танышты, ашарға әҙерләүҙе күҙәтеү һәм аштарҙы тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә булдырылды.
Читайте нас