АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Марта 2021, 10:40

Докумен йыйыу еңелләштерелде

Әлегә закон проекты республика Башлығына ебәрелгән. Закон Рәсми порталда баҫылып сыҡҡандан һуң ун көн үткәс, үҙ көсөнә инә.

Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында законға тейешле үҙгәреш индерҙе. Хәҙер инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер алыу өсөн ғариза яҙғанда инвалидлыҡ тураһында белешмәләр кәрәкмәй. Закон көсөнә ингәндән һуң ведомстволар кәрәкле мәғлүмәтте үҙҙәре һорап алдырырға тейеш. Инвалидлыҡты медик-социаль экспертиза «Инвалидтарҙың федераль реестры» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына ебәрә һәм бар мәғлүмәт берҙәм реестрҙа һаҡлана.
Әлегә закон проекты республика Башлығына ебәрелгән. Закон Рәсми порталда баҫылып сыҡҡандан һуң ун көн үткәс, үҙ көсөнә инә.
Читайте нас