“Берҙәм Рәсәй” партияһы уҡыу йорттарының сығарылыш студенттарына, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға эш табыуҙы еңелләштереү маҡсатында мәшғүллек сфераһына үҙгәрештәр индереү закон проектын әҙерләне. Проект Рәсәй хеҙмәт министрлығы, төбәк етәкселәре профсоюз ойошмалары менән рәсми осрашыу барышында ҡаралды һәм төҙәтмәләрҙе апрелдә уҙасаҡ ултырышта индереү тәҡдим ителде.
Документта билдәләнеүенсә, мәшғүллек үҙәктәрен модернизациялау көтөлә. Эш эҙләү проблемаһы менән мөрәжәғәт итеүселәр элеккесә сират көтөп ултырмай, дәғүәләрен интернет селтәре аша ғына ебәр мөмкинлеге булдырыла. Бының өсөн ойошмала һанлы технологияларҙы ҡулланыуҙы индерергә, хеҙмәткәрҙәрҙе был юҫыҡта уҡытырға кәрәк. Бынан тыш “Рәсәйҙә эш” порталын 25 хеҙмәткәрҙәрҙән дә күберәк булған мәшғүллек үҙәктәре көн һайын үҙ төбәгендә булған вакансиялар, эш эҙләгән инвалидтарҙың, йәш белгестәрҙең һаны тураһындағы мәғлүмәтте тулыландырып, төҙәтеп торорға тейеш. Был портал барлыҡ граждандар өсөн дә өйҙән генә эш эҙләү өсөн бик уңайлы. Дөйөм алғанда, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҙур милли вакансиялар банкы булдырырға тәҡдим итә.