Сарала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б.Н. Мелкоедов, район хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, эвакуациаляу комиссияһы ағзалары ҡатнашты.
Күнекмәләр барышында район хакимиәтенең яҙғы ташҡын арҡаһында килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәл мәлендә территорияны ҡурсалау, ойошмаларға хәбәр итеү, зыян күргән халыҡты ҡотҡарыу эшмәкәрлеген ойоштороуы тикшерелде. Авария-тергеҙеү эштәрендә ҡулланылған махсус ҡоролмаларҙың төҙөклөгө ҡаралды