АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
12 Марта 2021, 10:06

Ең һыҙғанып ҡар көрәнеләр

Акцияға Йәнтеш ауылы мәктәбенең 6-7 класс уҡыусылары әүҙем ҡушылды.

Быйылғы бурандар юлдарға көрт һалып, барлыҡ автомобилдәр хәрәкәтен туҡтатып ҡына ҡалманы, ауылдарҙы ла ҡамап алды. Шуға күрә Хәйбулла районының мәғариф учреждениелары “Ҡар көрәргә ярҙам ит” исемле акция башлап ебәрҙе. Акцияға ҡушылып Йәнтеш ауылы мәктәбенең 6-7 класы уҡыусылары педагогик хеҙмәт ветераны Сабира Иҙрис ҡыҙы Торомтаеваға ярҙамға килде. Йорт алдындағы ҡарҙы таҙартты, урамға сығырға юл ярып бирҙеләр!
Тыуған яғының патриоты булған балалар үҫтереүсе, яҡшы тәрбиә биреүсе ата-әсәләргә, уҡытыусыларға “Афариндар” тип әйтергә генә ҡала. Ә балаларҙың сауаплы эше, һис шикһеҙ, юғары баһаланыр. “Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара”,тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Читайте нас