АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
12 Марта 2021, 14:00

ДОНЪЯ—ҠУЛАСА

Тик өлгөрмәнем... шул көндө эштә бәхетһеҙ осраҡҡа эләгеп ирем үлеп ҡалды. Уны ерләгән көндө үк ҡәйнәм кейемдәребеҙҙе лә бирмәй, өйҙән ҡыуып сығарҙы. Туғандарым юҡ, ҡайҙа барырға тип аптырандым.

"Ғаилә" үҙәгенә ярҙам һорап барыусыларҙан тағы бер хат:

Ирем менән оҙаҡ осрашып йөрөп, яратышып өйләнештек. Көтөп алған ҡыҙыбыҙ тыуғас, берҙән-бер ейәнсәрен үҫтерешергә ҡәйнәм күсенеп килде. Ошо ваҡыттан алып ғаиләбеҙҙә йылы хистәр һүрелгәндәй булды. Ҡәйнәм беҙгә баш булырға, үҙ көйөнә бейетергә тырышты. Ирем эштә булғанда йә йөрәгем, йә башым ауырый тип мине йүгертә. Бала менән төнө буйы йоҡламай сыҡҡанғамы, хәлһеҙмен. Ирем ҡайтыу менән көнө буйы бала ҡарап ыҙаланыуы тураһында алдап һөйләй. Түҙер әмәлем ҡалмағас, ирем ҡайтҡас та ҡәйнәмде ҡайтарып ебәреү тураһында һөйләшергә ҡарар иттем.

Тик өлгөрмәнем... шул көндө эштә бәхетһеҙ осраҡҡа эләгеп ирем үлеп ҡалды. Уны ерләгән көндө үк ҡәйнәм кейемдәребеҙҙе лә бирмәй, өйҙән ҡыуып сығарҙы. Туғандарым юҡ, ҡайҙа барырға тип аптырандым. Дауаханаға барып ярҙам һорағас, “Ғаилә” үҙәгенә барырға тәҡдим иттеләр. Бындағы белгестәр ярҙам итмәһә, ҡайҙа барыр инем? Улар дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙы, түләүҙәр алыр өсөн документтар юлларға ярҙам итте. Ҡыҙымды балалар баҡсаһына урынлаштырып, үҙем эшкә сыҡтым. Ҡәйнәм, бер ни булмағандай, беҙгә килеп йөрөй. Күптәр уның менән ниңә аралашаһың тиерҙәр. Ейәнсәре бер генә бөртөк бит, аҙ ғына ҡалған ғүмерендә баланың үҫкәнен, ә минең ауырлыҡтарға бирешмәй, аяҡҡа баҫҡанымды күрһен, хәҙер инде үҙенең ярҙамға мохтажлығын аңлаһын.

Читайте нас