Көнүҙәк мәсьәлә
11 Марта 2021, 10:54

АУЫРЛЫҠТАРҒА БИРЕШМӘГЕҘ!

Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡыҙҙарҙың береһе, ни тиклем уның ғүмере өсөн көрәшһәк тә, вафат булды.

Ирем ауырып инвалид булып ҡалғас, бик ауырға тура килде. Мин декрет ялында ултырам. Игеҙәк ике ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҙҙарҙың береһе йыш ауырый, уны дауалау өсөн дә аҡса кәрәк. Аҡсаны еткерә алмай ыҙаланғас, “Ғаилә“ социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә ярҙам һорап барҙым. Белгестәр социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға документ юллап ярҙам алыу мөмкинлеге тураһында һөйләне. Былай ҙа яҡындарымдың ауыры- уына күңел кителеп, кәйеф төшөп йөрөгән саҡ. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре бар документтарҙы ла тиерлек юллашты. Был ярҙам булмаһа нимә эшләр инек икән, күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡыҙҙарҙың береһе, ни тиклем уның ғүмере өсөн көрәшһәк тә, вафат булды. Бында ла “Ғаилә” үҙәге һүҙ менән дә, башҡа яҡтан да ныҡлы терәк булды. Иремә дистанцион форматта эш табырға, яңы һөнәр алырға булышлыҡ иттеләр. Хәҙер күпкә еңелерәк. Тормошта һығылып иларлыҡ ваҡыттар була, бирешмәҫкә, яҡындарың өсөн йәшәргә кәрәк. Үҙ теләгең булмаһа, берәү ҙә ярҙам итә алмаясаҡ, аҙ ғына бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен беләйек.

Читайте нас