Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
2 Март 2021, 18:50

Балалар туҡланыуы--көнүҙәк мәсьәлә

Оҙон тәнәфестә 1 стакан компот, 1-2 печенье бирәләр ине. Шуға алданып мәктәпкә барғы килде...

Балаларҙың мәктәптә туҡланыуы—бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Уны Хөкүмәт кимәлендә тикшерәләр. Ата-әсәләр ҙә тик ултырмай. Тикшерә, ялыуҙар яҙа.
Ошо урында ата-әсәйҙәрҙең, өләсәй-олатайҙарҙың бала сағы иҫкә төшә… Һуғыш осоро, унан һуңғы йылдарҙа, уға тиклемге ауыр дәүерҙә балалар ни эшләне икән? Мәктәптә генә түгел, өйҙә лә ашау наҡыҫ булған бит.
--Ярай әле әсәйем тегеүгә оҫта булды, мәктәпкә йөрөү өсөн сумкаһына тиклем тегеп бирҙе. Уҡыуы анһат булманы. Аслы-туҡлы йөрөгән кешелә уҡыу ҡайғыһымы ни? Көнөнә Беренсе Этҡолға ике барып ҡайтҡан саҡ та булды. Төштән һуң консультациялар була торғайны. Иртәнсәк уҡыйбыҙ. Оҙон тәнәфестә 1 стакан компот, 1-2 печенье бирәләр ине. Шуға алданып мәктәпкә барғы килде,--тип хәтерләй атайым бала сағын һәм: “ Әлеге кеүек бутҡалар, аштар ашатып, емеш-еләк биреп торһалар, рәхәтләнеп уҡыр инек”,--тип тә өҫтәп ҡуя.
Эйе, заман башҡа – заң башҡа. Әлеге ата-әсәләрҙең дә ялыу яҙыуҙарың сәбәбен аңларға була. Туҡланыу өсөн аҡса түләгән ата-әсә балаһына иҫкергән, боҙолған ризыҡ йә һыуыҡ аш ашатырға теләмәй, әлбиттә. Түләнгән икән, тимәк, туҡланыу сифатлы булырға тейеш.
Балалар һаулығы, иң тәү нәүбәттә, туҡланыуға бәйле. Үҫеүсе организмға витаминдар, файҙалы элементтар бик кәрәк. Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолмаһын өсөн ваҡытында ашау ҙа мөһим.
Бөгөн ата-әсәләр, етәкселек балаларҙың һаулығын, туҡланыуын хәстәрләп тора икән, ҡәҙерен белергә, тырышып уҡырға кәрәктер.
Әйткәндәй, бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында йыйылыш үткән. Унда туҡланыу мәсьәләһен тикшергәндәр.
--Башланғыс класс ата-әсәләре ҡатнашлығындағы йыйылышта уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу тураһында һөйләштек. Аҙыҡ-түлек продукттарының сифатына һәм әҙерләү технологияһына ҡарата ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланманы. Был ата-әсәләр менән аралашыу барышында раҫланды. Был мәсьәләне даими контролдә тотасаҡбыҙ. Туҡланыуҙы ойоштороу буйынса һорауҙар килеп тыуғанда Баймаҡ районының мәғариф бүлегенә 3-50-29, 3-50-00 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ, - тип белдерә үҙ сәхифәһендә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.