Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Февраль 2021, 19:43

Көнүҙәк проблемалар ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Баймаҡ районы Билал ауылы халҡы менән осрашты.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Баймаҡ районы Билал ауылы халҡы менән осрашты. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев менән бергә депутат ауылдың көнүҙәк проблемаларын ҡараны, Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнаштылар. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишморатов Әбүзәр Әбүбәкир улын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланылар. ҠунаҡтарғаТүбәнге Яйыҡбай ауылы Баймаҡ Халыҡ ижады үҙәгендә бай йөкмәткеле концерт бүләк итте. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Республика ”Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан был ауылға уңыштар теләне.
Читайте нас: