Бөгөн Сибай ҡалаһында тегеү фабрикаһын ойоштороу һорауҙары буйынса кәңәшмә уҙғарылды. Унда ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, “Ликом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Алексей Беспамятнов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Озерцов, район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Руслан Хәбиров, юғары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.