Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә туҡланыу сифатына ҙур иғтибар бүленә. Ошо айҡанлы Сибай ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Социаль туҡланыу системаһын ойоштороу һәм Урал аръяғында кластер инициативаларын үҫтереү буйынса семинар уҙғарҙы. Сарала район хакимиәте башлыҡтары һәм туҡланыу системаһы буйынса белгестәр ҡатнашты. Мәктәп уҡыусыларын сифатлы аш-һыу менән тәьмин итеү, урындағы хужалыҡтарҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыу - семинарҙың төп темаһы булды.