Йылдан йыл һатыуға сығарылған тауарҙарҙың сифаты түбәнәйеүе күҙәтелә. Бынан тыш хеҙмәтләндереү сфераһына ла байтаҡ ҡына һорауҙар барлыҡҡа килә. Бына, ниһайәт, белгестәргә был турала үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү мөмкинлеге бар.
Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө алдынан көньяҡ-көнсығыш район ара «Ғаилә» үҙәгендә Сибай, Баймаҡ ҡалалары һәм Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль хеҙмәт идаралығының ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм гарждандарҙың именлеген яҡлау территориаль бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡулланыусылар хоҡуҡтары буйынса һорауҙары булған граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола. Сарала юристар, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә эшләйәсәк.