2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Шул айҡанлы Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында Республика клиник дауаханаһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кардиологы, дауаханабыҙҙың штаттан тыш белгесе, Йөрәк ҡан тамыры ауырыуҙарын дауалау буйынса белгестәр ассоциацияһы рәйесе И.Е.Николаева һәм Республика кардио үҙәге белгестәре менән осрашыу үтте. Бында Сибай медицина округына махсус кардиологик ярҙам ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды һәм төбәктәге ангиограф комплекслы ҡан тамырҙарын тикшереү үҙәгенең әҙерлеге тикшерелде.Тимәк Урал Аръяғында ла тиҙҙән был үҙәк асыласаҡ. Бынан тыш белгестәр ауыр корональ хәлдәге ауырыуҙарҙы ҡабул итте, уларға айырым дауалау тәғәйенләнде.