Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Ғинуар 2021, 21:05

ХАТА АРТЫНАН ХАТА...

Башҡорт теле йылы, Зауыҡлы биләмәләр йылы үтеп китте... Ошо исемле йыл сиктәрендә уҙған йыл юл күрһәткестәре ҡуйылды, ауылға, ҡалаға ингән ерҙәге алтаҡталар алмаштырылды. Тик... Улар бер нисек тә телдең бәҫен күтәрмәне, төбәктең йәмен дә арттырманы. Бәлки, телде белмәүселәргә, туған теленә вайымһыҙ ҡараусыларға барыберҙер. Ә бына беҙгә, беҙҙең гәзит дуҫтарына был һис кенә лә оҡшамай.Бөгөн Төйәләҫ ауылында йәшәүселәрҙән фото алдыҡ. Уға ҡарайһың да көйәһең инде.

Башҡорт теле йылы, Зауыҡлы биләмәләр йылы үтеп китте... Ошо исемле йыл сиктәрендә уҙған йыл юл күрһәткестәре ҡуйылды, ауылға, ҡалаға ингән ерҙәге алтаҡталар алмаштырылды. Тик... Улар бер нисек тә телдең бәҫен күтәрмәне, төбәктең йәмен дә арттырманы. Бәлки, телде белмәүселәргә, туған теленә вайымһыҙ ҡараусыларға барыберҙер. Ә бына беҙгә, беҙҙең гәзит дуҫтарына был һис кенә лә оҡшамай.
Бөгөн Төйәләҫ ауылында йәшәүселәрҙән фото алдыҡ. Уға ҡарайһың да көйәһең инде.
Төйәләҫ ауылы - Сибай ҡалаһы административ округына ҡараған биләмә. Ҡалала башҡорттар аҙ түгел. Етмәһә, бында “Атайсал” тигән башҡорт гәзите лә сыға, һәр уҡыу йортонда башҡорт теле уҡытыусылары, тел белгестәре эшләй. Тик алтаҡта ҡуйыусылар улар менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тип тапмаған. Бик аяныслы...
Телде белмәү – бер, ә уны ихтирам итмәү бөтөнләй икенсе нәмә. Белмәү оят түгел, ә белмәй тороп та үҙеңде белгәндәй ышаныслы тотоу, башҡаларҙан белмәгәнеңде һорамау – күңелһеҙ хәл.
“Село Туяляс” тип яҙырҙан алда иң башта (законға ярашлы, өҫкә, йә һулға башҡортса яҙылырға тейеш) аҫаба халыҡ телендә “Төйәләҫ ауылы” тип яҙыу талап ителә. “Рэхим итегез” тигән һүҙ башҡорт телендә юҡ, дөрөҫө: Рәхим итегеҙ! Ә бына хәйерле юл теләгәндә ниңәлер “Й” хәрефен төшөрөп ҡалдырғандар.
Күпләп башҡорттар йәшәгән төбәктә лә башҡорт теленә ихтирам юҡ икән, был бик борсоулы хәл...