АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Ғинуар 2021, 18:37

Йәйәүлеләр юлы булдырыласаҡ!

Уҙған йыл был программа сиктәрендә Сибай ҡалаһы Сармат ҡасабаһы урамдарына асфальт түшәлде. Быйыл да ҡасабаның Чайковский урамында йәшәүселәр ...Тулыраҡ сайтта.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”нда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Проект ярҙамында халыҡ өсөн көнүҙәк пробемалар хәл ителә.
Уҙған йыл был программа сиктәрендә Сибай ҡалаһы Сармат ҡасабаһы урамдарына асфальт түшәлде. Быйыл да ҡасабаның Чайковский урамында йәшәүселәр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” сиктәрендә урамға йәйәүлеләр юлын булдырыу, балалар майҙансығы төҙөү, яҡтылыҡ бағаналары урынлаштырыу, дөйөм канализация булырыу йүнәлештәрен тәҡдим итте. Берҙәм тауыш менән 2021 йылда урамға йәйәүлеләр юлын булдырыу проекты һайланды.
Яңы ғына ҡалҡып сыҡҡан был урам үҙенең күркәмлеге менән ҡасабала айырылып тора. Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә һәр йорт майҙансығына ылыҫлы ағастар ултыртылды, тиҙ арала урамға һыу һәм газ үткәрелде. Йәйәүлеләр юлы ла булдырылһа, балаларға мәктәпкә йөрөү өсөн бик уңайлы буласаҡ!