Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Ноябрь 2020, 12:00

БАЛАЛАР БӘХЕТЛЕ БУЛҺЫН!

Күптән түгел күрше райондан Сибайға күсеп килеп ҡуртымға алған бүлмәлә ике балаһын ҡалдырып сығып киткән ҡатындың ҡылығы шаңҡытты. Күршеләре хәбәр итеү менән, улар йәшәгән фатирға барҙыҡ. Бүлмәлә балалар коляскаһынан башҡа бер ниндәй әйбер ҙә юҡ. Ете айлыҡ һәм ике йәше лә тулмаған сабыйҙар ошо бүлмәлә бикле ҡалған. Балалар, әлбиттә, йылы ашты күптән күрмәгән, алмашҡа кейемдәре лә юҡ.

Дәүләттең төп бурыстарының береһе— ғаиләлә һәм йәмғиәттә баланы тулы хоҡуҡлы булып йәшәргә өйрәтеү, һәр кемдең тормошондағы иң мөһим этап булған балалыҡты һаҡлау. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, һәр бала исем, фамилия алыу, ғаиләлә йәшәү һәм тәрбиәләнеү, туғандар менән аралашыу, үҙ фекерен белдереү хоҡуғына эйә. Балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм балалыҡты һаҡлау, буйынса балиғ булмағандар менән ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһындағы балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Г.Д.Ихсановаға мөрәжәғәт иттек.
—Гөлфиә Дамир ҡыҙы, балиғ булмағандар бүлеге хеҙмәте менән таныштырып үтһәгеҙ ине. Бөгөн балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?
—Хеҙмәтебеҙҙең төп бурысы—ауыр тормош хәленә ҡалған балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм уларға ярҙам итеү, балалар ҡатнашлығында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар уҙғарыу, мәктәптәрҙәге, урта махсус белем биреү учреждениеларына беркетелгән инспекторҙарҙы координациялау, профилактик эштәр алып барыу. Енәйәт ҡылынған ваҡытта балаларҙы балиғ булмағандар бүлегенә профилактик иҫәпкә ҡуябыҙ. Учетҡа ҡуйылған балалар, ғаиләләр менән хеҙмәткәрҙәребеҙ өҙлөкһөҙ бәйләнештә эшләй, уларҙың тормош-көнкүрештәре тикшерелә, ярҙам күрһәтелә. Үҫмерҙәр ҡабаттан енәйәт ҡыла икән—был беҙҙең бала менән эшләп еткермәүебеҙҙе аңлата. Шуға күрә ҡала мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек хеҙмәте, уҡыу йорттары инспекторҙары, участковыйҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм эш итәбеҙ. Тәртип боҙоу, енәйәт ҡылыу факттары асыҡланған осраҡта документтар ҡаланың балиғ булмағандар комиссияһына тапшырыла. Бында һәр балаға профилактик эш үткәреү өсөн индивидуаль план төҙөлә.
—Ниндәй профилактик саралар уҙғарыла? Уларҙың әһәмиәте бармы?
—Балалар менән дә, ата-әсәләр менән дә профилактик әңгәмәләр үткәрәбеҙ, бында уларҙың хоҡуҡтары аңлатыла, йәмәғәт урындарында үҙеңде дөрөҫ тотоу, белем алыу, дәрестәрҙе ҡалдырмау тураһында ныҡлы һөйләшеү үткәрелә. Хоҡуҡ боҙоусы үҫмергә насар йоғонто яһаусыны асыҡлау маҡсатында баланың аралашыу даирәһе контролгә алына. Медицина ярҙамы кәрәк булғанда, үҙебеҙ балалар дауаханаһына алып барабыҙ. Шуныһы үкенесле: тәрбиә булмағанлыҡтан, һаулыҡтары сикләнгән балалар ҙа аңһыҙ рәүештә енәйәт ҡыла. Ундайҙарға психологтар, табиптар, педагогтарҙан торған комиссия (ПМПК) ярҙамға килә. Баланың һаулығында ниндәйҙер етешһеҙлектәр асыҡланһа, улар мәктәптә айырым программа менән уҡытыла, шулай уҡ бушлай туҡланыуға табиптар медицина белешмәһе бирә. Бынан тыш, балаларҙың уҡыуҙан һуң буш ваҡыттарын ойоштороу өҫтөндә лә ярайһы эштәр башҡарыла. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларына үҙебеҙ алып барабыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, төлө түңәрәктәргә йәлеп итәбеҙ.
Бындай саралар уҙғарылғандан һуң да, ҡабаттан енәйәт ҡылған үҫмерҙәр бармы? Улар менән ниндәй эштәр алып барыла?
—Был осраҡта балиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса изоляциялау үҙәгенә ебәреүҙе һорап судҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Унда балалар менән тәжрибәле психологтар эшләй, көн режимы һаҡлана, ныҡлы тәртипкә, теге йәки был хәлдә үҙеңде тота белергә өйрәтәләр. Суд билдәләгән ваҡыт үткәс, үҫмерҙәр кире ҡайтарыла. Бы- йыл бындай үҙәккә биш үҫмер ебәрелде, уларҙың икәүһе артабан ябыҡ типтағы махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеларына урынлаштырылды.
Үҫмерҙәр ҡатнашлығында ниндәй ауыр енәйәттәр ҡылынғаны бар?
—Алда әйтеп үткән ике үҫмерҙең береһе—магазинға ут төрткәне өсөн, икенсеһе һигеҙ тапҡыр спиртлы эсемлек урлағаны өсөн ябыҡ типтағы махсус үҙәккә ебәрелде. Был балалар менән дә бер туҡтауһыҙ профилактик эштәр алып барылды. Тик эскелеккә бирелгән үҫмерҙе, эскән килеш бер нисә тапҡыр тотолғас, наркология диспансерына һалып ҡараһаҡ та аңларға теләмәне.
Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға үҫмерҙәрҙе нимә этәрә?
—Ата-әсәнең балаларға ваҡытын аҙ бүлеүе, йәки үҫмер теләгән әйбер менән тәмьин итеү мөмкинлегенең булмауы был енәйәттәргә этәргес бирә. Бөгөн модала булған спорт велосипедтарын урлау осраҡтары йышайҙы. Магазиндарҙан ваҡ-төйәк тә сәлдерәләр. Шулай ҙа быйыл, уҙған йыл менән сағыштырғанда, урлашыу кәмене. Уйлауымса, йәштәр йылдан-йыл аҡыллана, эскелек менән мауығыу осраҡтары ла һирәк.
Был хеҙмәттә эшләгән дәүерҙә ниндәй ғаиләләр менән осрашырға тура килде? Ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә ниндәй ярҙам күрһәтелә?
—Ғаиләләр күп төрлө. Беҙҙең хеҙмәт балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм уларға ярҙам итеүгә ҡоролғанға күрә, ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләр менән өҙлөкһөҙ эш алып бара. Шуныһы ҡыҙғаныс: уларҙың барыһын да бер ҡылыҡ—эскелек берләштерә. Бөгөн Сибай ҡалаһы буйынса ауыр тормош хәлендәге 96 ғаилә иҫәптә тора. Балаларын тейешле ҡарамағандары өсөн ете ғаиләнән ун бер бала тартып алынды. Уларҙың етәүһе—приютҡа, дүртәүһе дауаханаға урынлаштырылды. Опека органдары, участковый, полиция хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия аҙна һайын рейдтарға сыға. Насар юлға баҫҡан ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙы күреү шул тиклем ҡыҙғаныс. Үҙҙәре яҡлауға мохтаж булһа ла эскән ата-әсәләрен яҡлайҙар, уларға һүҙ әйттермәйҙәр. Бәләкәйҙән үҙ аллы булып, бер-береһен ҡарап буй еткерәләр. Ни тиклем ауыр булһа ла опека хеҙмәте бындай ғаиләләрҙән балаларҙы тартып ала. Был осраҡта ата-әсәләр Рәсәй Федерацияһының 156-сы енәйәт кодексы (балаларға насар мөнәсәбәттә булыу, тейешле тәрбиә бирмәү) буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла. Күптән түгел күрше ра-йондан Сибайға күсеп килеп ҡуртымға алған бүлмәлә ике балаһын ҡалдырып сығып киткән ҡатындың ҡылығы шаңҡытты. Күршеләре хәбәр итеү менән, улар йәшәгән фатирға барҙыҡ. Бүлмәлә балалар коляскаһынан башҡа бер ниндәй әйбер ҙә юҡ. Ете айлыҡ һәм ике йәше лә тулмаған сабыйҙар ошо бүлмәлә бикле ҡалған. Балалар, әлбиттә, йылы ашты күптән күрмәгән, алмашҡа кейемдәре лә юҡ. Уларҙы шунда уҡ дауаханаға урынлаштырҙыҡ.
Бөгөн әүҙем рәүештә мәктәптәрҙә буллингты (балаларҙы системалы рәүештә ирештереү, бер-береһенә ҡаршы ҡуйып талаштырыу, һуғыштырыу) булдырмау өҫтөндә байтаҡ эштәр башҡарыла. Шулай ҙа, балаға өлкән класс уҡыусыларынан ниндәйҙер баҫым барлығын нисек белергә?
—Бала йыш ҡына төшөнкөлөккә бирелеп, кәйефе төшөп йөрөһә, йәки ҡапыл мәктәпкә барырға теләмәһә, уның сәбәбен асыҡлау мөһим. Был осраҡта, тәү сиратта, педагогтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сибай ҡалаһында мәктәптәргә инспекторҙар беркетелгән барыһы ла педагогик белемле. Улар баланы күҙәтеү аҫтына ала, аралашҡан балаларҙы тикшерә. Ундай хәл асыҡланған осраҡта балалар һәм ата-әсәләр менән был юҫыҡтағы белгестәр әңгәмә уҙғара, сәбәптәр асыҡлана, психологик ярҙам күрһәтелә. Мәктәптәрҙә ниндәйҙер сәбәптәр менән бер-береһенә үсләшеп йөрөгән осраҡтар осрағаны булды, һуғышҡан, бер-береһен һөсләткән хәлдәр теркәлгәне юҡ.
Ата-әсәләргә балаларға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
—Балаларына ата-әсә генә булып ҡалмаһындар, улар менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булһындар ине. Тап ошо ваҡытта балалар яҡындарына ышана, килеп сыҡҡан проблемалары менән бүлешә. Баланың һәр башланғысында терәк булып, үҙ-үҙенә ышаныс уята белергә кәрәк. Уҡыу йорттарында уҙғарылған сараларҙа бергәләп ҡатнашыу ҙа балала яҡындары менән сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо уята. Был осраҡта, әлбиттә, һәр бала киләсәктә үҙенең ғаиләһе кеүек йәшәргә тырышасаҡ, ныҡлы ғаилә статусы тап ошондай ваҡытта тыуа. Балалар “комендант ваҡыты” талаптарын үтәһендәр ине. Сөнки ҡараңғы ваҡытта йәмәғәт урындарында енәйәт эштәре күберәк ҡылына. Ата-әсәләрен тыңлап, улар менән берҙәм булып йәшәһендәр!