Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Октябрь 2020, 20:25

Рушанна Бабич табиптарға рәхмәтле

--Беҙ труппабыҙ менән анализ һөҙөмтәһен көтәбеҙ. Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ, - ти актриса.

Башҡортостан театрҙарында ла хәлдәр яҡшынан түгел: актерҙарға үҙизоляцияға китергә тура килә, сөнки ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙә коронавирус инфекцияһы теркәлгән.
БСТ телеканалы студияһында Рушанна Бабич ауыр, ҡатмарлы мәлде актерҙар нисек үткәреүен һөйләне.
--Беҙ труппабыҙ менән анализ һөҙөмтәһен көтәбеҙ. Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ. Донъялағы ауыр хәл республика халҡын берләштерҙе.
“Башҡортостан. Хроники. Ковид” фильмы өҫтөндә эшләүсе ижади коллективҡа рәхмәтлемен. Был фильм медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә һәйкәл булды. Үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып башҡалар ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәт,--ти Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабич.