Ҡарттар йортонда ололарға тейешле иғтибар бирелмәгән: насар ашатҡандар, түшәк кәрәк-яраҡтарын алмаштырмағандар. Әле бында хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү алып бара. Был хәл Өфө ҡалаһының 8 март ҡасабаһында булған.
“Минең ғаилә” шәхси пансионатында бер аҙ эшләп киткән хеҙмәткәр ундағы фотоларҙы UFA1.RU корреспондентына күрһәтә.
--Минеңсә, уларҙы ашатмайҙар. Ҡарттар ҡаҡ карауатта яҫтыҡһыҙ һәм юрғанһыҙ йоҡлай. Ҡайһы берәүҙәренең матрасы ла юҡ. Бик насар мөнәсәбәт. Өлкәндәргә әшәке һүҙҙәр менән ҡысҡыралар, хатта ҡул күтәрергә лә тартынмайҙар. Быға түҙә алмай, эштән киттем. Эштән китер алдынан фотоға төшөрөп алдым, --ти ул журналистарға һәм пансионаттың түләүле икәнен дә белдерә.
Хәбәрселәр пансионаттың директорына бәйләнешкә сыға. Директор иһә быларҙың барыһын да инҡар итеп, яуыз уйлы кеше юрған-яҫтыҡтарҙы алып, юрый фото төшөргән тип яуап ҡайтара һәм һуңғы осорҙа берәү ҙә эштән киткәне юҡ тип белдерә.
Билдәле булыуынса, Һарытауҙа уҙған аҙнала ғына ошондай хәл теркәлә. Пансионатта антисанитар шарттар күҙәтелгән, ололарға ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек ашатҡандар.
Әлеге инциденттарҙан һуң, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарттар йортон ныҡлы контролгә алыу буйынса тәҡдим индермәксе.