Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Август 2020, 11:40

УЛЫҢА СКУТЕР АЛЫР БУЛҺАҢ...

Штраф түләүгә 30 мең һумыңды лә әҙерләп ҡуйырға онотма... Ә уны алыу, балаңа мототранспорт менән идара итеүгә рөхсәт биреү кәрәкме ул?

Скутер, мопед, квадрацикл - мауыҡтырғыс, әммә бик ныҡ хәүефле транспорт төрө. Эйе, үҫмерҙәргә улар менән идара итеү оҡшай. Әммә үтә ныҡ мауығыу оло бәләгә килтереүе хаҡында күптәр уйлап та бирмәй.
Мототранспортҡа 16 йәш тулғас һәм автомәктәптә уҡып, хоҡуҡ танытмаһы алғас ҡына ултырырға мөмкин. Әммә урамда 12-15 йәшлектәр күп осрай, улар уны йөрөтөп кенә ҡалмай, ә ҙур тиҙлектә ҡыуа. Был оло юл фажиғәһенә килтереүе ихтимал.
Эйе, йәштәре тулмаған үҫмерҙәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылмай. Әммә инспекторҙар уларҙы иҫәпкә ҡуя ала һәм ата-әсәһен яуаплылыҡҡа тарттырырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, йөрөтөүгә хоҡуҡ булмайынса мототанспортҡа ултырыусыларға 30 мең штраф ҡаралған.
Ҡәҙерле ата-әсәләр! Балағыҙға мототранспорт алыр алдынан, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хаҡында уйланығыҙ! Үҫмерҙәр ҡағиҙәләрҙе йүнләп белмәй. Скутерға йә мопедҡа ултырған балағыҙ юл фажиғәһенә тарымаҫмы?
Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юлдарҙа уяу һәм һаҡ булығыҙ!

М.И.Үзбәков, полицияның өлкән лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса инспектор.
Читайте нас: