Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
22 Июль 2020, 15:05

ЮЛДАР ХАТАНЫ ҒӘФҮ ИТМӘЙ

Башҡортостан дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында көн дә статистика бирелеп бара. Унан күренеүенсә, бер генә көн дә аварияһыҙ, фажиғәһеҙ үтмәй. Был бик үкенесле.

Башҡортостан дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында көн дә статистика бирелеп бара. Унан күренеүенсә, бер генә көн дә аварияһыҙ, фажиғәһеҙ үтмәй. Был бик үкенесле.
Мәҫәлән, 20 июлдә республика юлдарында 12 авария теркәлгән, унда ике кеше үлгән, 12 кеше тән йәрәхәттәре алған.
Бәләбәй ҡалаһында "Амур" манипуляторы руле артындағы 41 йәшлек ир боролошта 62 йәшлек ҡатынды тапай. Йәйәүле тейешле булмаған урында юл аша сыҡмаҡ булған. Ул "Тиҙ ярҙам" машинаһында дауаханаға барып етә алмай йән бирә.
Туймазы районында ла йәйәүле йөк машинаһы аҫтында ҡала һәм үлә. Бында ла йәйәүле үҙе ғәйепле була.
19 июлдән 20 июлгә ҡараған бер тәүлектә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлай, 50 водитель иҫерек килеш тотола.
Хәҙер 21 июлгә күҙ һалайыҡ. Кисә 11 авария теркәлгән, унда 17 кеше тән йәрәхәте ала.
Шуныһы аяныслы: фажиғәгә бөтә ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы үтәп, тыныс ҡына үҙ юлынан барыусы бер ғәйепһеҙҙәр ҙә, гонаһһыҙ балалар ҙа тарый.
Һаҡ булығыҙ! Ҡыумағыҙ! Ашыҡмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!