Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
22 Июль 2020, 15:20

СИТ БАЛАЛАР БУЛМАЙ УЛ...

Балалар, һыуға батып барғанда, ғәҙәттә ҡысҡырмай, сәбәләнмәй. Улар тыныс ҡына 30 секунд эсендә һыу аҫтына китә...

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров мөрәжәғәт итә:
Көн һайын һыу ятҡылыҡтарында балаларҙы юғалтабыҙ. 2020 йыл башынан ғына һыу объекттарында 17 бала вафат булды. Уларға 5-17 йәш ине. Был фажиғәләр Архангель, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә, Шаран райондарында, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында теркәлде.
6 бала Ағиҙел төбөнә китте. Шулай уҡ Ашҡаҙар, Оло Әрмет, Дим, Еҙем, Мәләкәҫ, Һалдыбаш йылғалары балаларҙы йәлләп торманы. Бынан тыш, күлгә, быуаға батыусылар булды.
Хөрмәтле өлкәндәр!
Балаларға бәйле фажиғәнең 40 проценты ата-әсәнең вайымһыҙ булыуына бәйле. Улар һыу буйҙарында балаларына тейешле иғтибар бүлмәй. Ә 60 процентында бәләкәстәр һәм үҫмерҙәр ололарһыҙ ғына йылғаға барған.
Балалар ғәҙәттә ҡысҡырмай, сәбәләнмәй. Улар тыныс ҡына 30 секунд эсендә һыу аҫтына китә.
Балалар менән һыу буйына бараһығыҙ икән, тәрән ятҡылыҡтарҙы, шәп ағымлы, борошло урындарҙы һайламағыҙ. Киң булмаған һыу ятҡылығы ла хәүефле булыуы бик мөмкин.
Балаларға матрастарҙа, йөҙгөстәрҙә алыҫ китергә рөхсәт бирмәгеҙ!
Яңғыҙҙарын һыуға ебәрмәгеҙ! Иң мөһиме--уларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сит бала булмай! Балаларҙы һыу фажиғәһенән бергәләп һаҡлайыҡ!
Читайте нас: