Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
22 Июль 2020, 18:05

ПРОФЕССОР НИНДӘЙ ФЕКЕРҘӘ?

Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, хирургия кафедраһы мөдире Вил Тимербулатов республикала эпидемиологик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән үҙ фекерен белдерҙе.

Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, хирургия кафедраһы мөдире Вил Тимербулатов билдәләүенсә, республикала эпидемиологик хәлде яҡшыртыу өсөн битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға, кеше күп йыйылған урынға бармаҫҡа кәрәк.
- Коронавирусҡа бәйле хәл Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла тотороҡло түгел. Мәҫәлән, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкала хәлдәр бик ҡатмарлы, ауыр. АҠШ, Бразилия илдәрен алғанда ла унда сирләүселәр бик күп. Беҙҙең илдә, шулай уҡ республикала хәл сағыштырмаса яҡшы. Бында профилактик эштәрҙең яйға һалыныуын билдәләп үтергә була. Июнь башында вирус йоҡтороусы кеше һаны 100-120 араһында тирбәлһә, хәҙер ул 40, йә аҙ ғына күберәк.
Республика Башлығы указында профилактика саралары асыҡ күрһәтелгән. Беренсенән - ул битлек кейеү, айырыуса кеше күп булған ерҙә. Икенсенән - ҡулды йыуыу. Әлбиттә, инфекция һауа аша тарала, шуға ла ҡул аша йоғоу осрағы бик һирәк, әммә ҡулды таҙа тотоу, спиртлы антисептик менән эшкәртеү ҡамасауламаҫ. Өсөнсөнән, социаль дистанцияны тоторға кәрәк, ул 1,5-2 метр. Дүртенсенән, күләмле сараларҙы тыйып тороу яҡшыраҡ булыр, унда 50-нән дә артыҡ кеше булмаһын. Ул саҡта хәүеф бер ни тиклем кәмей. Һәр кем аңлап ҡабул итһен ине. Был бик мөһим! Кешенең, яҡындарыңдың һаулығы, ғүмере һинең яуаплылығыңа бәйле. Ошоно аңлағанда ғына эпидемиологик хәлде тағы ла яҡшыртырға була,--тине Вил Тимербулатов.
Әйткәндәй, республика Башлығы менән осрашыуҙа табиптар битлек режимын һаҡлау, башҡа профилактик сараларҙы ла үтәргә кәрәклеген белдерҙе.
Профессор Тимербулатов планлы медицина ярҙамына мохтаж сирлеләрҙең реестрын булдырырға тәҡдим итте.

Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ"дан алынды.
Читайте нас: