Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Июль 2020, 20:05

Бөрйән ирекмәндәрҙе көтә

Бөгөн, 19 июль, утты һүндереү саралары тағы ла көсәйтелгән. Унда 352 кеше, 103 берәмек техника иҫәпләнә.Ирекмәндәрҙе янғын урынына алып барыу өсөн Бөрйән районында махсус автобус бүленгән. Һәр көн иртәнсәк 9.00 сәғәттә ул ҡуҙғалып китә.Көндән-көн ирекмәндәр һаны күбәйә. Улар Баймаҡ, Бөрйән, Дәүләкән райондарынан, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан килә.Иртә таңдан кискә ҡәҙәр көн дә 200-ләп ирекмән эшләй. Улар өсөн туҡланыу ойошторолған.Ярҙам итергә теләүселәр белешмә өсөн ирекмәндәр координаторы Регина Юлмөхәмәтоваға шылтырата ала: +7 937 838-84-38.


Билдәле булыуынса, Бөрйән районында ҡурсаулыҡ биләмәһендә ут сыҡты. Уны һүндереүгә махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының, урман ерҙәрен ҡуртымға алыусыларҙың, урындағы халыҡтың һәм ирекмәндәрҙең техникаһы һәм көсө йәлеп ителде.
Яҡын урынлашҡан ауылдар менән янғын араһында тәбиғи кәртә - Үҙән йылғаһы бар. Шуға ла ауылдарға хәүеф янамай тип белдерәләр.
Бөгөн, 19 июль, утты һүндереү саралары тағы ла көсәйтелгән. Унда 352 кеше, 103 берәмек техника иҫәпләнә.
Ирекмәндәрҙе янғын урынына алып барыу өсөн Бөрйән районында махсус автобус бүленгән. Һәр көн иртәнсәк 9.00 сәғәттә ул ҡуҙғалып китә.
Көндән-көн ирекмәндәр һаны күбәйә. Улар Баймаҡ, Бөрйән, Дәүләкән райондарынан, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан килә.
Иртә таңдан кискә ҡәҙәр көн дә 200-ләп ирекмән эшләй. Улар өсөн туҡланыу ойошторолған.
Ярҙам итергә теләүселәр белешмә өсөн ирекмәндәр координаторы Регина Юлмөхәмәтоваға шылтырата ала: +7 937 838-84-38.