Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Июль 2020, 18:20

КЕШЕ ЭШҺЕҘ ҠАЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛ!

Хеҙмәт баҙары яңыса ҡараш талап итә. Унар йылдар элек барлыҡҡа килгән "асыҡ ишектәр көнө", стендтар һәм башҡа сараларҙан арынырға ваҡыт, улар иҫкерҙе...


15 июль республика Хөкүмәтендә вице-премьер Андрей Назаров ойошторған президиум ултырышында хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошҡа бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 13 июлгә алынған мәҡлүмәттәр буйынса, йыл башынан эшһеҙ граждандар һаны 5,2 тапҡырға артҡан һәм был 95 мең кешене тәшкил иткән. Һәр өсөнсө эшһеҙ пандемия мәлендә эшен юғалтҡан. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 46 проценты йылдан ашыу рәсми эш урынына эйә түгел. Улар эшһеҙлек буйынса пособие ала (ғинуар-апрель айҙарында - 1725 һум, май-июль айҙарында -5175 һум). Балиғ булмаған бала тәрбиәләүсе эшһеҙ граждандар өҫтәлмә рәүештә июнь-август айында һәр балаһына 3-әр мең һум ала.
Эшһеҙлек буйынса пособие түләүгә 2020 йылда федераль бюджеттан 2,5 миллиард һум аҡса күскән.
- Йәй башланыу менән, сикләү режимы бер аҙ йомшарғас, эш биреүселәр әүҙемләште,- ти Линара Иванова. - Июндә мәшғүллек үҙәгендә 21 мең вакансия барлығы билдәле булды, уның 96 проценты республика эсендә.
- Халыҡтың хеҙмәт мәшғүллеге - мөһим йүнәлеш, уны һәр саҡ контролдә тотоу зарур, - тип өҫтәне вице-премьер Андрей Назаров. - Беҙ хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш булмаһын өсөн бар тырышлыҡты һалырға бурыслыбыҙ. Халыҡ эшһеҙ ҡалырға тейеш түгел.
Әлеге ултырыштан һуң Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырҙы. Унда белдереүенсә, был мөһим мәсьәләгә яңыса ҡараш талап ителә. "Дәүләт иҡтисадыбыҙ талап иткән һөнәр эйәләрен әҙерләүгә аҡсаһын сарыф итергә тейеш,--тип белдерә ул. -- Профориентация эше менән етди шөғөлләнергә кәрәк. Унар йылдар элек барлыҡҡа килгән "асыҡ ишектәр көнө", стендтар һәм башҡа сараларҙан арынырға ваҡыт, улар иҫкерҙе".
фото: finance.tut.by