Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Июль 2020, 18:10

ҺЫУ БЕР КЕМДЕ ЛӘ АЯМАЙ

Һуңғы көндәрҙә генә йылға-күлдәрҙә батыусылар һаны ҡырҡа күбәйҙе. Кисәнән алда Талҡаҫта--йәш егеттең, Төйәләҫ йылғаһында бер ҡатындың һыу аҫтына китеүен ишеткәйнек. Кисә Талҡаҫта йәнә фажиғәле хәл булыуын еткерҙеләр.Хөрмәтле дуҫтар, был хәл беҙгә ҡағылмай тип, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ. Әлбиттә, эҫе көндәрҙә һәр кем йылға-күл янына ашыға, әммә хәүефһеҙлек сараларын уйламай. Бик һаҡ булыу талап ителә. Әле республика төбәктәрендә рейдтар ойошторолған, белгестәр һыу ятҡылыҡтары янында халыҡҡа аңлатыу эше алып бара.Иртәгә, 15 июлдә 15.00 сәғәттә "Россия" медиаүҙәгендә он-лайн кәңәшмә үтәсәк. Ул "Һыуҙағы хәүефһеҙлек" тип атала. Тура трансляцияны "Башҡортостан 24" телеканалында йәиһә www.gtrk.tv сайтында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа түбәндәге ватсап һандарына яҙып ебәрә алаһығыҙ: +79270825884

Һуңғы көндәрҙә генә йылға-күлдәрҙә батыусылар һаны ҡырҡа күбәйҙе. Кисәнән алда Талҡаҫта--йәш егеттең, Төйәләҫ йылғаһында бер ҡатындың һыу аҫтына китеүен ишеткәйнек. Кисә Талҡаҫта йәнә фажиғәле хәл булыуын еткерҙеләр.
Хөрмәтле дуҫтар, был хәл беҙгә ҡағылмай тип, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ. Әлбиттә, эҫе көндәрҙә һәр кем йылға-күл янына ашыға, әммә хәүефһеҙлек сараларын уйламай. Бик һаҡ булыу талап ителә. Әле республика төбәктәрендә рейдтар ойошторолған, белгестәр һыу ятҡылыҡтары янында халыҡҡа аңлатыу эше алып бара.
Иртәгә, 15 июлдә 15.00 сәғәттә "Россия" медиаүҙәгендә он-лайн кәңәшмә үтәсәк. Ул "Һыуҙағы хәүефһеҙлек" тип атала. Тура трансляцияны "Башҡортостан 24" телеканалында йәиһә www.gtrk.tv сайтында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа түбәндәге ватсап һандарына яҙып ебәрә алаһығыҙ: +79270825884