Машиналарҙың бер-бер артлы геүелдәп сигнал биргәнен ишетеп тәҙрә янына ашыҡтым. Күрше йорт эргәһенә янғын хеҙмәте, МЧС машинаһы килгән. Күп тә үтмәй "Тиҙ ярҙам" да өҫтәлде, артынса полиция, "04" машинаһы күренде. Бөтәһе лә йыйылғанын күреп шик-шөбһә артты. Ни булды икән? Подъезд тирәһенә кешеләр ҙә йыйылды. Янғын һәм Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре бер-ике подъезға инеп ҡарағандан һуң, йорттоң икенсе яғына, йәғни балкон тәңгәленә йүгерҙе... Күп тә үтмәй подъездан борҡоп аҡ төтөн сыҡты...
Ошо күренеште оҙаҡ кенә күҙәтергә тура килде. Иң тәүгеләрҙән булып "Тиҙ ярҙам" кире ҡуҙғалып китте. "Тимәк, ғүмеренә һәм һаулығына зыян алыусылар юҡ. Шөкөр",--тинем эстән генә.
Аҙаҡ таныштарым әйтеүенсә, күрше йорттоң тәүге ҡатында йәшәүсе газ плитаһына аш бешерә ҡуйған да үҙе ҡайҙалыр сығып киткән булып сыҡты... Һүндерергә онотҡанмы? Йомошонан тиҙ ҡайтырмын тип уйлағанмы? Былар һәм янғын сығыуҙың теүәл генә сәбәптәре миңә билдәһеҙ. Әммә шуныһы хаҡ: иғтибарһыҙлыҡ, һаҡһыҙлыҡ бәлә килтерә. Зинһар, үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, күршеләребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ!
Әле өйҙә генә түгел, ишек алдында, урманда, ҡырҙа ла һаҡлыҡ кәрәк. Көндәр бик эҫе тора, ер ҡоро. Бер генә осҡон, төпсөк тә ҙур бәлә килтереүе ихтимал. Һаҡ булайыҡ!
Хоҙай бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын!