Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Июль 2020, 20:58

Әрмегә китә егеттәр

1 апрелдән 15 июлгә тиклем Рәсәй президенты Указына ярашлы запаста булмаған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу ойошторола. Әлегә 135 мең егет әрме сафына баҫырға яраҡлы.

1 апрелдән 15 июлгә тиклем Рәсәй президенты Указына ярашлы запаста булмаған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу ойошторола. Әлегә 135 мең егет әрме сафына баҫырға яраҡлы.
Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм оҙатыу коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән бөтә сараларҙы теүәл үтәп, билдәләнгән ваҡытта һәм тәртиптә уҙғарыла. Киҙеүҙең таралыуын кисектереү маҡсатында быйыл егеттәрҙе хәрби хеҙмәт үтәү урынына самолеттар менән дә оҙатасаҡтар.
- Әлегә хәрби хеҙмәт урындарына өс самолет оҙатылған. Тағы ла өс самолет тиҙҙән юлға сығасаҡ. Төрлө ғәскәрҙәрҙә әле 2500-ҙән ашыу кеше Тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәй. Йәштәрҙең күпселеге Көнбайыш һәм Көнсығыш округтарҙа хеҙмәт итәсәк, -тине Республика хәрби комиссары Игорь Харченко.- Хеҙмәткә алыныусылар йыйылыу пункттарында йәшәй. Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин районы хәрби комиссариатында улар өсөн урындар булдырылды. Коронавирус менән ауырыусылар асыҡланған осраҡта, шунда уҡ инфекцион дауаханаға оҙатыласаҡ.
Бөтә төр транспорт сараларында ла дезинфекция үткәрелә. Хеҙмәт итеү урынына ебәреү алдынан егеттәр коронавирусҡа махсус тест үтә. Уларҙың һәр береһенә шәхсән әйберҙәр, банк һәм электрон карталары, һаҡланыу саралары тапшырыла.
Яҙын Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә биш меңдән ашыу кешене оҙатыласаҡ:был – Үҙәк хәрби округ төбәктәре араһында иң ҙур күрһәткес булмаҡсы.
Читайте нас: