АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
29 Июнь 2020, 18:25

ЮЛДАРҒА ИҒТИБАРҘЫ АРТТЫРЫРҒА

Кәңәшмә мәлендә "Юлдар йылы" тип нарыҡланған 2021 йылға әҙерлек мәсьәләһен дә күтәрҙеләр. Әлеге мәлдә тәүлегенә 500-ҙән ашыу автомобиль үтеүсе, "Тыуған урам" төбәк программаһына инмәй ҡалған һәм ремонт талап иткән юлдар хаҡында мәғлүмәт йыйыла.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров сираттағы кәңәшмәне уҙғарҙы. Ул автомобиль юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау, ремонтлау һәм юл инфраструктураһындағы эштәрҙе планлаштырыуға арналды.
Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, әлегә был тәңгәлдә эш 88 процент үтәләгән. Айырыуса Архангель, Бөрйән, Ейәнсура, Ишембай, Нуриман райондарында, Ағиҙел һәм Салауат ҡалаларында эш яҡшы ойошторолған.
Кәңәшмә мәлендә "Юлдар йылы" тип нарыҡланған 2021 йылға әҙерлек мәсьәләһен дә күтәрҙеләр. Әлеге мәлдә тәүлегенә 500-ҙән ашыу автомобиль үтеүсе, "Тыуған урам" төбәк программаһына инмәй ҡалған һәм ремонт талап иткән юлдар хаҡында мәғлүмәт йыйыла.
- Юлдарҙы яҡшы торошҡа килтереү буйынса планды тормошҡа ашырыу өсөн муниципалитет башлыҡтары урындағы халыҡтың дәғүәһенә ваҡытында иғтибар итергә тейеш. Ә транспорт буйынса дәүләт комитеты муниципалитеттарҙағы эште күҙәтеүгә алырға бурыслы, - тине премьер-министр.
Читайте нас: