КҮРШЕБЕҘҘӘ ЙӘШӘГӘН ХӘБИРӘ ИНӘЙ ЯҢҒЫҘЫ ҒЫНА ЕЙӘНЕН ТӘРБИӘЛӘЙ. БАЛАҒА АТА-ӘСӘ ХӘСТӘРЕН АЛМАШТЫРЫРҒА ТЫРЫШЫУЫ, УНЫҢ ҺӘЛӘТТӘРЕН АСЫРҒА ТӨРЛӨ ТҮҢӘРӘКТӘРГӘ АЛЫП ЙӨРӨРГӘ ВАҠЫТ ТАБЫУЫ ТИРӘ-ЯҠТАҒЫЛАРҘА ТИК ҺОҠЛАНЫУ ХИСТӘРЕ ГЕНӘ УЯТА. Ә БЫНА ҠАТЫНДЫҢ КҮҘҘӘРЕНӘ БАҠҺАҢ УНЫҢ МОҢҺОУЛЫҒЫ, ҠАЙҘАЛЫР КҮҢЕЛ ТӨПКӨЛӨНДӘ ЯТҠАН ӘРНЕҮ, РӘНЙЕҮ ХИСТӘРЕ САҒЫЛЫП ҠАЛҒАНДАЙ.
Уның берҙән-бер улы менән килене наркомания ҡоллоғона эләгеп күптән түгел яҡты донъя менән хушлашҡан булып сыҡты. Хәбирә инәй тормош иптәше менән хаҡлы ялға сыҡҡансы етәксе вазифаларын башҡарған. Етеш тормошта үҫкән улдары ла тик яҡшы билдәләргә мәктәпте тамамлап, Өфөнөң авиация-техник университетына уҡырға ингән. Ил алдындағы бурысын уңышлы үтәп ҡайтҡас, тормош ҡороп бәпәй ҡыуанысына төрөнөп йәшәп ятҡанда, “аҡ үлем” ҡоллоғона эләгә. Наркотик ләззәтен бер генә тойоп ҡарарға теләгән егет, башҡаса унан айырыла алмай. Кәләшен дә үҙе менән наркотик тәмләргә саҡыра. Ата-әсә бүләк иткән фатир һатылғандан һуң, яҡындарының да өйҙәренән ҡиммәтле әйберҙәр юғала башлай, шулай итеп....кескәй генә сабыйҙы етем ҡалдырып, ғүмерҙәрен дә был ҡоллоҡҡа бирергә мәжбүр булалар.
Ғәзиз балаларының бындай юлға баҫыуында Хәбирә инәй тик үҙен ғәйепләй. “Балаларҙың киләсәген ата-әсә саманан тыш хәстәрләгәнгә күрә, уларҙың маҡсатҡа ынтылыштары юҡ,”—ти ул.—Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был яман афәткә баҫып, емерелеп барған тормош, ҡыл өҫтөндә торған ғүмерҙе күреү, кисереү, һыҙланыуҙарҙы бындай хәлгә тарыусылар ғына аңлар. Бында бер ниндәй өгөтләү, ялбарыу, күҙ йәштәре лә ярҙам итмәй...
Һуңғы ваҡытта наркотик ҡулланыусы йәштәр һаны күбәйә бара. Үҙ ғүмерҙәрен аямай, бындай ҡурҡыныс афәт тырнағына тарыусылар бөгөнгө көндөң төп бәләһе булып тора. Элегерәк наркоманияны «көнбайыш сире” тип атаһалар, хәҙер был афәт беҙҙең илдә ныҡлы тамыр йәйә. Наркомания ҡоло булыусыларҙың күпселеге был яңылыш юлға ялған мәғлүмәт, тиҙ ышаныусанлыҡ арҡаһында баҫа. Шул сәбәпле күпме йәш кешенең ғүмере өҙөлә, ғәзиз балаһының афәткә юлығыуынан ата-әсәнең йөрәге телгеләнә.
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн наркотиктар ҡулланыусылар һаны буйынса Сибай ҡалаһы етенсе урынды биләй. Башҡа ҡалаларға ҡарағанда беренсе тапҡыр наркотик ҡулланыусылар һаны күпкә әҙ булһа ла, СПИД ауырыуын йоҡтороусылар, наркотиктарҙы артыҡ ҡулланып вафат булыусылар һаны арта бара.
Ҡалабыҙҙа наркоманияны профилактикалау өҫтәндә етди эш алып барыла. Был йәһәттән наркотиктарға ҡаршы комиссия ағзалары, ҡала хакимиәтенең Йәштәр эштәре комитеты үҫмерҙәр ҡатнашлығында төрлө саралар уҙғара, аңлатыу эштәре алып бара.
—Үткән йыл Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр эштәре комитеты һәм “Тиҫтер” клубы “Наркотиктар ҡулланыуҙы профилактикалау һәм төбәктә уның әйләнешен тыйыу” тип аталған программа сиктәрендә бик күп саралар уҙғарҙы. Бында спортты, сәләмәт тормошто пропагандалау өсөн балалар һәм үҫмерҙәр клуб эшмәкәрлегенә ылыҡтырыла. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ирекмәндәр ойошмаһына, йәштәр әрмеһе—хәрби-патриотик клубтарына ҡушыла ала. Дистанцион режимға күскәнсе 450 бала бушлай ушу, тай боксы, өҫтәл теннисы секцияларына йөрөнө.
“Рәсәй балалары”, “Ҡайҙа үлем һатҡандарын хәбәр ит” акцияларында үҫмерҙәр ҙур теләк менән ҡатнашты. Бында улар өсөн төрлө конкурстар, квестар, “Беҙ һайлаған юл” тренингы, “Урам ҡатылығы”, “Ата-әсә менән аралашыу”, “Психоактив әйберҙәргә минең ҡарашым” темаларына әңгәмәләшеү үткәрелде. Ҡаланың наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре менән профилактик осрашыуҙар уҙғарылды.
2019 йылда төбәк ирекмәндәр үҙәге асылыу менән унда 2000 үҫмер килеп ҡушылды һәм «Медицина», «Наркостоп», «Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлылар» төркөмдәренә бүленде. Коронавирус пандемияһы ваҡытында ла наркоманияны профилактикалау буйынса эштәр туҡталып ҡалманы. Үҫмерҙәр менән интернет селтәре аша бер туҡтауһыҙ бәйләнешкә сыҡтыҡ. Улар менән төрлө республика конкурстарында ҡатнаштыҡ. Үҫмерҙәрҙең буш ваҡытын файҙалы үткәреү маҡсатында әлеге ваҡытта наркоманияға ҡаршы “Тормош ритмында” республика онлайн лагерында шөғөлләнәләр,—ти Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Ә.С.Дәүләтбирҙина.
Балаларҙы наркотиктарға ылыҡтырыу өсөн төрлө модаға ярашлы атамалар бирелә. Мәҫәлән, никотиндың дозаһы бер нисә тапҡырға арттырып тәмәке урынына сығарылған “насвай”ҙар, төрлө синтетик наркотиктар ҡушылған кәнфиттәр үҫмерҙәр араһында популярлыҡ яуланы. Быға тиклем был наркотик төрө магазин кәштәләрендә асыҡ һатыла ине. Республикала мәктәп балалары бер нисә тапҡыр ағыуланғандан һуң, уны һатыу тыйылды. Тик был наркотиктарҙың бөтөнләй юғалыуын аңлатмай әле. Наркоконтроль хеҙмәте ни тиклем был афәт таралыуға ҡаршы торорға тырышһа ла үҫмерҙәрҙе төрлө сағыу рекламалар аша ылыҡтырып, улар иҫәбенә ярайһы килем алыусылар интернет селтәре аша бик етеҙ эшләй.
Никотинға балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә бик тиҙ өйрәнә, психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Өлкәндәр менән сағыштырғанда балалар организмында ҡан тиҙерәк йөрөй. Шулай булғас, үҫмерҙең төрлө органдарына наркотик матдә тиҙ барып етә һәм ағыулай. Нервы системаһы ҡаҡшай, кеше хәлһеҙләнә, ул хатта үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла мөмкин. Наркотик эйфорияһы 1-5 минут дауам итә, өс минутлыҡ рәхәтлек бирәһә лә, 20- 30 көндән наркоман унһыҙ йәшәй алмай. Кеше үҙ тәненә кейем ҡағылыуҙан, хатта тамырҙар тибешенән, хәрәкәттән ауыртыныу тоя, кәүҙәһе һыҙлап торған яраға әйләнә. 10-12 сәғәт үтеү менән организм яңынан наркотик талап итә. Ике йылдан был кеше тулыһынса зәғифкә әйләнәсәк: тире һарғая, һөйәктәр һыныусанға әйләнә, сәсе ҡойола, аҡылы зәғифләнә, тойғолар, ҡыҙыҡһыныуҙар юғала, хәтер насарая. Бик һирәк наркоман ғына 30 йәшкә ҡәҙәр йәшәй. Ул артыҡ доза алыуҙан, ябығыуҙан, йөрәк ауырыуынан, йоғошло ауырыуҙарҙан, гепатиттан, СПИД-тан үлә.
Бөгөнгө көндә наркотиктар әйлә-нешен туҡтатыу өҫтөндә бик етди эштәр алып барыла: дарыухана селтәрҙәрендә наркотиктар булған дарыуҙар тик рецепт менән генә һатыла, был афәтте һатыусылар, таратыусылар тотолған осраҡта ҡаты яза биреү ҡаралған. Әммә кешелекте күпме күҙ йәштәре, рәнйеш менән күмелгән “аҡ үлем” ҡоллоғона һалыусылар ҙур табыш алыуҙарын дауам итә. Илебеҙҙең киләсәге булған балаларҙың ғүмере тик үҙебеҙҙең ҡулда. Уларға ваҡытыбыҙҙы
бүлеп, дөрөҫ тәрбиәләп, буш ваҡыттарын юҡҡа сарыф итмәһен өсөн төрлө йүнәлештәге түңәрәктәргә, шөғөлдәргә ылыҡтырып үҫтерергә тырышырға кәрәктер. Ата-әсәй ҡарамағынан ҡалған балаларҙы ла оноторға ярамай. Яҙмыштың әсе тәмен бала саҡтан уҡ кисергән үҫмерҙәргә тормошта ныҡлы аяҡ баҫыр өсөн йәмғиәттән ихтирам, ярҙам ғына кәрәк. Шуға күрә бер-беребеҙгә иғтибарлы, ныҡлы терәк булғанда ғына бындай ҡурҡыныс афәттәргә ҡаршы тора аласағыбыҙға шик юҡ.