АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Июнь 2020, 15:15

МИЛЛӘТТӘШЕҢ МЕНӘН ӘСӘ ТЕЛЕНДӘ ҺӨЙЛӘШ!

—Көнө-төнө милләт өсөн янып-көйөп йөрөүсе булмаһам да, зыйтыма тейгән мәлдәр була. Йөҙгә һарымын, күҙем күк төҫтә, шуға магазиндарға инһәм вата-емерә, акцент менән миңә русса һүҙ ҡушалар. Мин уларға башҡорт икәнемде белдереп башҡортса өндәшһәм дә русса һөйләүҙәрен дауам итәләр. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең үҙ-ара башҡортса аралашмауы, шул уҡ ваҡытта русса ла акцент менән һөйләп тороуы оҡшамай.

2020 йыл республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Быны нисек ҡабул итте милләттәштәребеҙ, махсус йыл тарафынан нимәләр эшләнә йә иһә нимәгә иғтибар бирелмәй, ғаиләлә башҡортса аралашалармы? Ошо һорауҙарға аныҡлыҡ индереү йәһәтенән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Илнур Ғәлиев, иретеп-йәбештереүсе:
—Көнө-төнө милләт өсөн янып-көйөп йөрөүсе булмаһам да, зыйтыма тейгән мәлдәр була. Йөҙгә һарымын, күҙем күк төҫтә, шуға магазиндарға инһәм вата-емерә, акцент менән миңә русса һүҙ ҡушалар. Мин уларға башҡорт икәнемде белдереп башҡортса өндәшһәм дә русса һөйләүҙәрен дауам итәләр. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең үҙ-ара башҡортса аралашмауы, шул уҡ ваҡытта русса ла акцент менән һөйләп тороуы оҡшамай.
Йыл башында республика Башлығы: «Башҡорт телен модалы итергә кәрәк»,—тигәйне. Ҡайһы бер кешеләр уның эстәлеген аңламай, «мода» һүҙенә бәйләнде. Йәнәһе лә мода килә лә үтә, тел менән моданы йәнәш ҡуйып булмай. Әммә бында тура мәғәнәлә аңларға ярамай. Бөгөнгө йәштәрҙе туған телгә ылыҡтырыу ауыр. Шуға ла телебеҙ улар араһында модала булырға тейеш. Йәштәр рус телендә аралашыуҙы «текә» тимәһен, ә үҙ телен «текә» тиһен. Урамда башҡорт телендә баннерҙар күберәк булһа ине, магазин-кафе исемдәре башҡортса яҙылһын. Йәштәр күреп үҫһен шуны. Һәм, әлбиттә, ғаиләлә башҡорт телендә аралашыу мөһим. Ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә иғтибар булһа, тел бөтмәйәсәк, быуындан-быуынға тапшырыласаҡ. Был йәһәттән минең ҡатын рухлы, башҡорт теле өсөн йәнен бирергә әҙер кеше. Балаларҙы ла рухлы итеп тәрбиәләй.