Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Июнь 2020, 10:00

Ҡыш килер ҙә етер ул

Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте инженер селтәрҙәрен киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерләй башланы. Йәмғиәт ҡарамағындағы күп ҡатлы йорттар опрессовкалана, йәғни йылытыу системаларына гидравлик һынау үткәрелә. Был мотлаҡ башҡарыла торған процесс.

Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте инженер селтәрҙәрен киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерләй башланы. Йәмғиәт ҡарамағындағы күп ҡатлы йорттар опрессовкалана, йәғни йылытыу системаларына гидравлик һынау үткәрелә. Был мотлаҡ башҡарыла торған процесс. Опрессовка торбаларҙың тишек урындарын асыҡлау һәм уны ваҡытында йүнәтеү өсөн мөһим сара. Ҡыш көнө туңып ултырмаҫ өсөн йәй етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү зарур.
--“Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, бөгөнгө көндә “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәтенең 30 проценттан ашыу күп фатирлы йорттары опрессовкаланған,--ти үҙәк директоры И.А.Ильясова.-- Эштәр графикка ярашлы алып барыла. Көҙ башына, атап әйткәндә сентябргә бөтә йорттарҙа ла был процедура үтеп бөтәсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар