Коронавирус киҙеүе арҡаһында үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы булдырылғас, ҡалабыҙ урамдары тынып ҡалғайны. Бөгөнгө көндә был режим бер аҙға көсһөҙләндерелде, ҡала һәм райондар ең һыҙғанып ремонт эштәренә тотондо.
- Коронавирус инфекцияһынан ҡурҡып ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. План буйынса 2024 йылға тиклем 2000–гә яҡын йорт алды майҙансыҡтары ремонтланасаҡ. Уҙған йылда 400 объектты яңынан сафҡа индереү эштәре башҡарылһа, быйыл бөтә республика буйынса 281 йорт алды майҙансыҡтарында эш башланды. Октябрь аҙағына тиклем йәмғеһе 380 майҙансыҡ яңыртыласаҡ. Йорт алдындағы тротуарҙарға яңы асфальт һалына, балалар өсөн хәүефһеҙ спорт һәм уйын майҙансыҡтары урынлаштырыла, урамдар йәшелләндерелә, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла. Был эштәр халыҡ фекере менән килешеп башҡарыла. Ниндәйҙер эш менән килешеп етмәһәгеҙ, интернет селтәрәре аша миңә шәхсән мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайым.