Сара оффлайн һәм онлайн тәртибендә үткәрелә, сөнки коронавирус пандемияһы ҡурҡынысы янағанда ҡатнашыусыларҙы бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел.Бында тик проект авторҙары ҡатнаша, ә киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ҡарау мөмкинлеге булдырыла. Сарала башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр, мобиль ҡушымталар, “Бәйләнештә”ге һәм iTunesтағы тәүге башҡортса подкастар,һуңғы йылдарҙа билдәле була барған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре бренды менән яҡындан таныштырмаҡсылар.