Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Июнь 2020, 14:13

Үҙгәрештәр индереү- замана талабы

Сәйәсәт өлкәһенә килгәндә, илдең территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау, чиновниктарға сит ил гражданлығын алыуҙы тыйыу, конституция нигеҙендә халыҡтың милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһындағы төҙәтмәләр бик мөһим.

Рәсәй президенты Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге һәм Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса эш алып барыусы төркөм ағзаларына тауыш биреү урындары кеше һаулығы, ғүмере тураһында хәстәрлек күреп ойошторолорға тейешлеге тураһында иҫкәртте.
Илдең төп документына төҙәтмәләр индереү буйынса сәйәси фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Сергей Борисович Горбачев үҙ фекерен белдерҙе:
- Илдең төп документына тауыш биреү көнө - иң иҫтәлекле даталарҙың береһе буласаҡ. Илебеҙҙәге үҙәгәрештәр дәүерендә төп документҡа үҙгәрештәр индереү замана талабы. Мөһим ваҡиғаларға тауыш биреү йыш үткәрелмәй, шуға күрә граждандарҙы актив рәүештә тауыш бирергә саҡырам.
Сәйәсәт өлкәһенә килгәндә, илдең территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау, чиновниктарға сит ил гражданлығын алыуҙы тыйыу, конституция нигеҙендә халыҡтың милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһындағы төҙәтмәләр бик мөһим, тип һанайым.
Читайте нас: