Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Июнь 2020, 11:35

Сүп-сар майҙансыҡтары төҙөкләндерелә

--2020 йыл башынан алып Арҡайым ҡасабаһында сүп-сар түгеү майҙансыҡтары эшләй. Был бик уңайлы, әлбиттә. Махсус автомобиль килгәнен көтөп тормайһың, сүпте алып сығаһың да ташлайһың. Әммә майҙансыҡтар кәртәләп алынмаған. Эттәр, бесәйҙәр, һыйырҙар шунда соҡона, пакеттарҙы туҙратып бөтә. Ҡайһы бер кешеләр ҙә ҡый-һайҙарын контейнер эсенә түгел, унан ситкә түгеп китә. Тыуған ауылыма барғайным, унда майҙансыҡ кәртәләп алынған, беҙҙәге кеүек тәртипһеҙлек юҡ,--ти Арҡайымда йәшәүсе Мансур Абдулхаҡ улы.—Тәртипте үҙебеҙҙән башлайыҡ. Тәбиғәтебеҙҙе бысратмайыҡ.

Йыл ярым элек 2019 йылдың 1 ғинуарында республика “Экология” милли проекты сиктәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереүҙең яңы системаһына күсте. Шул мәлдән Сибай ҡалаһында ла сүп-сар йыйыу майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, иҫке металл һауыттар урынына заманса һәм уңайлы пластик контейнерҙар урынлаштырылды.
Бөгөнгө көндә ҡаланың күп ҡатлы йорттарында йәшәүселәр өсөн 78 сүп-сар майҙансығында 176 евроконтейнер ҡуйылған. Шәхси торлаҡтарҙа, йәғни ҡала яны ҡасабаларында йәшәүселәр өсөн 32 майҙансыҡ булдырылып, уларға 151 металл контейнер ултыртылған. Ошо арала Арҡайым, Балыҡсылар йорто-2, Төйәләҫ, Төнъяҡ ҡасабаларында 27 контейнер майҙансығын төҙөкләндереү һәм 111 пластик евроконтейнер урынлаштырыу планлаштырыла.
--2020 йыл башынан алып Арҡайым ҡасабаһында сүп-сар түгеү майҙансыҡтары эшләй. Был бик уңайлы, әлбиттә. Махсус автомобиль килгәнен көтөп тормайһың, сүпте алып сығаһың да ташлайһың. Әммә майҙансыҡтар кәртәләп алынмаған. Эттәр, бесәйҙәр, һыйырҙар шунда соҡона, пакеттарҙы туҙратып бөтә. Ҡайһы бер кешеләр ҙә ҡый-һайҙарын контейнер эсенә түгел, унан ситкә түгеп китә. Тыуған ауылыма барғайным, унда майҙансыҡ кәртәләп алынған, беҙҙәге кеүек тәртипһеҙлек юҡ,--ти Арҡайымда йәшәүсе Мансур Абдулхаҡ улы.—Тәртипте үҙебеҙҙән башлайыҡ. Тәбиғәтебеҙҙе бысратмайыҡ.
Тағы шуны ла әйтеп китеү зарур: апрель аҙағынан алып ошо көнгәсә 5 евроконтейнер янып китеп, иреп сафтан сыҡҡан. Улар барыһы ла алмаштырылған.
Контейнерҙар ҡуйылған сүп-сар майҙансыҡтарҙын төҙөкләндереүгә муниципалитет яуап бирһә, уларҙы тәртиптә тотоу идарасы компаниялар иңендә.
#нацпроекты#миллипроекттар