Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
5 Июнь 2020, 11:35

Һыу һәләкәткә илтмәһен

Йылға-күлдәр, һыу инеү миҙгеле айырыуса балалар өсөн хәүефле. Үкенескә ҡаршы, йәй яңы башланыуға ҡарамаҫтан, һыу инеү миҙгелендә лә күңелһеҙ осраҡтар теркәлеп өлгөрҙө. 31 майҙа Стәрлетамаҡта 14 йәшлек үҫмер һыу инеү рөхсәт ителмәгән урында батып үлде. Унан алда ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр 17 көн дауамында йылғаға батып үлгән туғыҙ йәшлек баланы эҙләне. Бына ошоноң ише ҡурҡыныс осраҡтар йыл һайын ҡабатланып тора.

Быйыл төбәгебеҙҙең йылға-күлдәрендә балыҡсыларҙың батып үлеү, автотранспорттың һыуға батыу осраҡтары йышайған. Йыл башынан республикала ун балыҡсы батып үлгән. Мәҫәлән, апрель айында Павловка һыуһаҡлағысында батҡан ике балыҡсының береһе – 21, икенсеһе 26 көндән һуң ғына табылған.
Йылға-күлдәр, һыу инеү миҙгеле айырыуса балалар өсөн хәүефле. Үкенескә ҡаршы, йәй яңы башланыуға ҡарамаҫтан, һыу инеү миҙгелендә лә күңелһеҙ осраҡтар теркәлеп өлгөрҙө. 31 майҙа Стәрлетамаҡта 14 йәшлек үҫмер һыу инеү рөхсәт ителмәгән урында батып үлде. Унан алда ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр 17 көн дауамында йылғаға батып үлгән туғыҙ йәшлек баланы эҙләне. Бына ошоноң ише ҡурҡыныс осраҡтар йыл һайын ҡабатланып тора.
Һыуҙа батып үлеүҙең иң таралған сәбәптәренең береһе – иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу. Мәҫәлән, былтырғы 83 күңелһеҙ осраҡтың 62 процентында батып үлеүселәр эскән булған. Әйткәндәй, йылдың-йылы статистика ир-егеттәрҙең күпләп батыуын күрһәтә. 2019 йылда 74 ир-егет, бер ҡатын-ҡыҙ һәм һигеҙ бала һыу ҡорбаны булған.
Быйыл республика биләмәһендә “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә пляждар һанын арттырырға хәл ителгән. Был коронавирус пандемияһы арҡаһында сит илгә ял итергә сығыуҙы сикләү менән бәйле. “Әлеге шарттарҙа төбәгебеҙҙәге һыу объекттарында ял итеүселәр һаны бермә-бер артасаҡ. Был беҙҙән көсөргәнешле хеҙмәт, уяулыҡ, профилактика сараларын арттырыуҙы талап итә”, - тип билдәләй белгестәр. Республика реестрына рәсми рәүештә рөхсәт алған 77 пляж индерелгән, бынан тыш муниципалитеттар ҡарамағындағы тағы 36 пляж һыу инеүселәрҙе ҡабул итәсәк. Әлеге ваҡытта уларҙы таҙартыу, тейешле талаптарға яуап биреүен тикшереү буйынса эштәр дауам итә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
ата-әсәләргә, ололарға һыу буйҙарында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәү хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртә.
#нацпроекты#миллипроекттар