“22 майҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән Мәскәүгә туристарҙы алып ҡайтыу ойошторола. Махсус рейсты Аэрофлот йәки “Рәсәй” компанияһы башҡарасаҡ. Беҙҙең республика кешеләренә Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Әле был процесты еңеләйттеләр. Бының өсөн республика гражданының исем-шәрифен күрһәтмәй генә хат ебәрәсәкбеҙ, улар ошо рейс менән тыуған яғына ҡайта аласаҡ. Илгә килеп төшкәс, уларға Мәскәү өлкәһендә обсерваторҙа йәшәргә тура киләсәк. Аҙаҡ өйҙәренә ҡайта аласаҡтар”, – тине Салауат Нафиҡов.