Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Май 2020, 17:53

Актив ирекмәндәр эше баһаланасаҡ!

20 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙары менән онлайн осрашыу уҙғарҙы. Республика етәксеһе тура эфирҙа ҡатмарлы осорҙа мохтаждарға ярҙамға килгән ирекмәндәрҙең һәр береһенә оло рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың теләктәрен, һорауҙарын тыңланы.

Был турала “Тиҫтерҙәр” клубында урынлашҡан ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Лена Сөнғәт ҡыҙы үҙ фекере менән бүлеште:
- Онлайн осрашыуҙа Сибай ҡалаһынан 124 ирекмән ҡатнашты. Республика етәксеһе эпидемияның барыбыҙ өсөн ныҡлыҡҡа һынау булыуын һәм ирекмәндәр хәрәкәтенең уны лайыҡлы үтеүен билдәләне, ярҙам күрһәтеүселәрҙең дә киҙеү йоҡтороу осраҡтары булыуы тураһында әйтте. Был юҫыҡта ирекмәндәргә июнгә тиклем эште дауам итеүҙе һораны. Республика етәксеһенең ирекмәндәрҙең хоҡуҡтарын нығытыу, уларҙың сәләмәтлеген, ғүмерен страховкалау мәсьәләһен күтәреп сығыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныслы. “Актив ирекмәндәр эше айырым баһаланасаҡ,”- тип вәғәҙә итте республика етәксеһе.
Сибай ҡалаһындағы ирекмәндәрҙең эшен юғары баһалағаны һәм аҡсалата ярҙам күрһәткәне өсөн ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзаловҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Арыу белмәй ҡалабыҙ халҡына ярҙам итеү менән мәшғүл ирекмәндәргә бөгөнгө ауыр ваҡытта бындай иғтибар бик мөһим.