Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Май 2020, 17:50

Ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамы бик мөһим

Рәсәй президенты Владимир Путин Хөкүмәткә 25 майға тиклем коронавирус пандемияһына бәйле, төбәктәргә ярҙам сараларын ҡарарға ҡушты.

Рәсәй президенты Владимир Путин Хөкүмәткә 25 майға тиклем коронавирус пандемияһына бәйле, төбәктәргә ярҙам сараларын ҡарарға ҡушты. Ил хөкүмәтенә 1 июнгә тиклем социаль өлкәлә эшләүселәрҙең эш хаҡына һәм балалар пособиеһына өҫтәмә түләү булдырыу тураһындағы Законға үҙгәрештәр индереү эше йөкмәтелде.
Бынан тыш В.Путин коронавирус киҙеүе менән ауырыусыларҙы дауалауҙа ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә түләү булдырыу һәм 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү схемаһы 25 майға тиклем хәл ителәсәк, тип белдерҙе.
Был турала ике бала әсәһе Резеда Ниғәмәтйәнова үҙ фекерен белдерҙе:
- Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы булдырыуҙы ишеткәс ҡыуандыҡ, әлбиттә. Сөнки ҡалабыҙҙа бәләкәй балалар тәрбиәләгән ғаиләләр күп. Улар өсөн бар төрлө ярҙам да мөһим. Мин үҙем операция кисереп, яңыраҡ ҡына эшкә сыҡтым. Тормош иптәшем дә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ. Ҡыҙым да, улым да мәктәп уҡыусылары. Шуға күрә был ярҙам беҙҙең ғаилә өсөн бик урынлы буласаҡ.
Читайте нас: