16 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында коронавирус менән ауырыусылар һаны 1963-кә еткән. Тәүлек эсендә генә 89 ауырыу теркәлгән. Республикала 141000-гә яҡын кеше киҙеүҙән тикшереү уҙған.
Ауырыуҙы иҫкәртеү сараларын иҫегеҙҙән сығармағыҙ: битлектәр кейергә, ҡулдарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ һабын менән йыуырға, дезинфекциялы йәки спиртлы салфеткалар ҡулланырға, йыуылмаған ҡул менән күҙҙәрҙе, танауҙы, ауыҙҙы тотмаҫҡа кәрәк. Ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән ашығыс рәүештә медицина хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә ашығығыҙ!