Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Май 2020, 18:00

Рухи яҡтан да ярҙам буласаҡ!

Пандемия ҡурҡынысы янағанға күрә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимында өйҙә ултырған балалар саф һауала актив ялды һағынып өлгөрҙө. Шуға күрә был түләүҙе актив ял итеүгә йүнәлтергә мөмкин.

Рәсәй президенты мәғлүмәт агентлығында 3 йәштән 15 йәшкәсә балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә тәғәйенләнгән түләүҙәрҙе алыу өсөн кәрәкле шарттар билдәләнде:
Түләүҙе аласаҡ ғаилә ағзалары һәм балалар мотлаҡ Рәсәй гражданины булырға тейеш;
Бында ғаилә килеме ҡаралмай;
Ярҙам был күрһәткескә ингән һәр балаға түләнә.
Был турала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шагапова үҙ фекерен еткерҙе:
-Коронавирус киҙеүе ваҡытында ғаиләләргә бындай дәүләт ярҙамы булдырыу бик урынлы ҡарар. Был уларға матди яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ярҙам буласаҡ. Шуныһы мөһим: ярҙам ғаилә килеме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, 3 йәштән 15 йәшкәсә һәр балаға күрһәтеләсәк. Пандемия ҡурҡынысы янағанға күрә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимында өйҙә ултырған балалар саф һауала актив ялды һағынып өлгөрҙө. Шуға күрә был түләүҙе актив ял итеүгә йүнәлтергә мөмкин. Мәҫәлән, минең балаларым роликтар һатып алырға хыяллана.
Читайте нас: